Башҡорт донъяһы
21 Декабрь 2022, 14:00

Исламбайҙың байлығы - уңған һәм сабыр халҡы

Район ҡатын-ҡыҙҙары йыйынында "Башҡортостан" гәзитенә подписка ла бүләк ителде.

Исламбайҙың байлығы - уңған һәм сабыр халҡыИсламбайҙың байлығы - уңған һәм сабыр халҡы
Исламбайҙың байлығы - уңған һәм сабыр халҡы

Бөрйән районы ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһенең сираттағы форумы Исламбай ауылында тиккә генә үтмәне. Бында эшсән, уңған ғаиләләр бер ниндәй ауырлыҡҡа зарланмай дәртләнеп донъя көтә, балалар үҫтерә, һәр кем үҙенә һалынған бурысты еренә еткереп башҡара.

Сараға район хакимиәтенән, "Берҙәм Рәсәй" партияһынан, Ғаилә үҙәгенән, ЗАГС бүлегенән вәкилдәр ҡатнашып, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары менән фәһемле осрашыу үтте. Күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшерлек сәбәптәр етерлек ине. Был көндә лайыҡлылар баһаланды, күптәр үҙҙәрен борсоған һорауҙапға яуап алды, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын барланы, киләсәккә яҡты ниәттәр ҡорҙо.

Исламбайҙа өс Герой-әсә - Әлфиә Мөжәүир ҡыҙы Мырҙағолова, Зөлхизә Зиннәт ҡыҙы Ғәлиуллина, Заһира Дәүләтғәле ҡыҙы Хәйбуллина бар. Шулай уҡ биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ун әсәй, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле сабый ҡараған өс әсәй, етем ҡалғандарҙы тәрбиәгә алған ике әсәй, Украиналағы махсус хәрби операцияға улдарын оҙатҡан ике әсәй һәм башҡалар ҙур тырышлыҡ, сабырлыҡ өлгөһө күрһәтеп йәшәй. Әлеге йыйында уларҙың урыны түрҙә булды. Оло йөрәкле әсәләргә рәхмәт әйтелеп, бүләктәр тапшырылды.

Бынан тыш, хөрмәтле ауылдаштар араһында утыҙ йылдан ашыу бер урында эшләгәндәр ҙә етерлек. Дүртәүһе - Раҡия Ғәлиуллина, Зөмәрә Ғәлиуллина, Хәлиҙә Ғәлиуллина, Раушания Ғәлиуллина мәктәптә арымай-талмай балаларға белем бирһә, Зәбирә Әхмәтйәнова халыҡ һаулығы һағында хеҙмәт итә, Маһира Әхмәтйәнова мәҙәни тормош гөрләп торһон өсөн бөтөн көсөн һала. Улар үҙ ведомстволарының Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттарын алып һөйөндө.

Ауыл ағинәйе Нурия апай Ғәлиуллина - айырыуса хөрмәткә лайыҡ кеше. Яғымлы һүҙе, шифалы ҡулдары менән оло ихтирам ҡаҙанған ул. Ошо йыйынға килгән күптәрҙең кендек инәһе лә. Нурия Әхмәҙинур ҡыҙына райондың ЗАГС начальнигы Гөлсәсәк Дауытова "Башҡортостан" гәзитенең йома һанына подписка ла бүләк итте.

"Айыҡ ауыл-2022" республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашҡан Исламбай халҡына ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар Гөлсәсәк Дауытованың архивынан.

Исламбайҙың байлығы - уңған һәм сабыр халҡы
Исламбайҙың байлығы - уңған һәм сабыр халҡы
Исламбайҙың байлығы - уңған һәм сабыр халҡы
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас