Бына ошондай матур Ҡарһылыу костюмы кейеп төшкән ҡыҙҙың фотоһы менән “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина уртаҡлашты.
“Саимә Хәсәнова етәкләгән “Sarbi” ательеһы теккән Ҡарһылыу костюмы! Һоҡланыуымдын сиге юҡ! Шәп! Ижади уңыштар һеҙгә! Ҡыуандырығыҙ, һоҡландырыгыҙ беҙҙе! Ҡулдарығыҙ һыҙлау белмәһен, зур рәхмәт һеҙгә!Беҙҙе ҡыуандырган кеүек, үҙегеҙ ҙә ҡыуанып, шатланып йәшәгеҙ!” – тип яҙҙы билдәле йырсы.
Ә һеҙгә нисек, оҡшаймы милли Ҡарһылыу костюмы? Матур, эйеме?!
Фото: Ә. Юлсуринаның сәхифәһенән.