Башҡорт донъяһы
27 Декабрь 2022, 17:00

Өләсәйле өйҙә ҡояш көлә!

Ә һеҙ ҡышҡы кистәрҙе нисек үткәрәһегеҙ?

Өләсәйле өйҙә ҡояш көлә!Өләсәйле өйҙә ҡояш көлә!
Өләсәйле өйҙә ҡояш көлә!

Бөрйән районының Ҡолғана ауылында йәшәгән Мәймүнә апай Вәлиева ҡышҡы оҙон кистәрҙе файҙалы эштәр менән үткәрә.

Һарыҡ йөнөн иләп, сиратып, йомғаҡлап, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй ул. Уңған Мәймүнә апай балаларын да эшһөйәр итеп тәрбиәләй. Был видеояҙмала, мәҫәлән, ейәнсәре Нәргизә менән йөн йомғаҡлайҙар.

Ә һеҙ ҡышҡы кистәрҙе нисек үткәрәһегеҙ?

Фото: М. Вәлиеваның видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас