Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Ғинуар 2023, 20:00

Ҡаҙы тултырыу кеүек яуаплы эштән халыҡ артистары ла ситтә ҡалмай

Яңы йыл ялдары ғаилә өсөн бирелә тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр...

Ҡаҙы тултырыу кеүек яуаплы эштән халыҡ артистары ла ситтә ҡалмай
Ҡаҙы тултырыу кеүек яуаплы эштән халыҡ артистары ла ситтә ҡалмай

Яңы йыл ялдары ғаилә өсөн бирелә тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Нәҡ ошо ваҡытта һыуыҡтар, ел-дауылдар аша туғандар осрашырға, матур эштәр башҡарырға ынтыла. Мәҫәлән, Башҡортстандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров Әбйәлил районындағы Таштимер ауылында йәшәгән бер туған апайына ҡаҙы тултырышырға барған. Ошо хаҡта уның апайы Фәриҙә Сәлимйәнова “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә уртаҡлашҡан.  

– Ҡаҙы тултырыу кеүек яуаплы эштән халыҡ артистары ла ситтә ҡала алмай. Вәхит ҡустым әсәйемде алып, ҡаҙы тултырышырға килде. Күңелле булды, имен һау ашарға яҙһын.

Ҙур рәхмәт, уйламағанда әсәйем менән килеп, 79 дана ҡаҙы тултырышып, матур йырын тыңлап, сәйҙәр эсеп, оҙатып ҡалдыҡ. Бөгөнгө буранлы көндә машинаны сығарышҡан егеттәргә ҙур рәхмәт! – тип яҙған Фәриҙә апай.

“Үҙе бәхет инде ул шулайтып тыуғандар менән аралашып, ризыҡтар яраштырып, хәл белешеп йәшәү! Яңы йыл менән бөтәгеҙҙе лә!”, ”Бик әпититни күренә ҡаҙылар. Иҫән-һау, тыуғандарығыҙ менән ейергә яҙһын. Яңы йыл менән, милләттәштәр! Оло талантты үҫтергән апайға рәхмәт!” – тип Фәриҙә апайҙың шатлығын уртаҡлашҡандар социаль селтәрҙә.

Фото: Фәриҙә Сәлимйәнова.

Ҡаҙы тултырыу кеүек яуаплы эштән халыҡ артистары ла ситтә ҡалмай
Ҡаҙы тултырыу кеүек яуаплы эштән халыҡ артистары ла ситтә ҡалмай
Ҡаҙы тултырыу кеүек яуаплы эштән халыҡ артистары ла ситтә ҡалмай
Ҡаҙы тултырыу кеүек яуаплы эштән халыҡ артистары ла ситтә ҡалмай
Ҡаҙы тултырыу кеүек яуаплы эштән халыҡ артистары ла ситтә ҡалмай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: