Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Ғинуар 2023, 18:00

Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!

Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Яңы йыл алдынан аттар егеп, гармунда һәм ҡурайҙа уйнап, урам буйлап матур итеп аттарҙа үткәндәр

Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!
Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!

Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәт ауылында йылҡысылыҡ киң таралған. Унда аттарҙы үрсетеп кенә ҡалмайҙар, уларға бәйле төрлө саралар үткәрәләр һәм тормошта ла әүҙем файҙаланалар.

Әзекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева үҙе лә башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм популярлаштырыу  маҡсатында йыл да ат сабыштары уҙғара, шулай уҡ ауылдаштары республика кимәлендә уҙған ат сабыштарында ҡатнашһын өсөн ярҙам итә.

Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында Яңы йыл алдынан аттар егеп, гармунда һәм ҡурайҙа уйнап, урам буйлап матур итеп аттарҙа үткәндәр. Шул саҡта аттар сана ғына һөйрәтмәй, ә көйгә ҡушылып та бейегән.

– Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы башҡорттарынан Яңы йыл сәләме! Андалуз аттарынан беҙҙекеләр һис тә ҡалышмай, шулай уҡ бейеп торалар, хатта һыуыҡта ла, байрамда ла. Гармун һәм ҡурай моңон аңлап бейейҙәр, – тип уртаҡлашҡан социаль селтәрҙә Хәлил Хәмзин.

Аттарҙың бейеүе тураһындағы яҙманы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә ҡарай алаһығыҙ.

Фото: скриншот, vk.com/albums. Видеояҙма: vk.com/uragan.shop.club.

Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!
Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!
Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!
Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!
Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!
Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!
Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!
Башҡорт аттары бейергә лә оҫта!
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: