Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Ғинуар 2023, 12:46

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!”

Бай тәжрибәгә таянып, үҫештә уртаҡ юл табабыҙ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Йыл аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына ярашлы, “Ижади майҙан” комплекслы сараһын уҙғарғайны. Етенсе йыйын, шулай итеп, республиканың баш ҡалаһы йәмәғәтселеген бер ҡорға тупланы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы положениеларын үтәүгә — бай милли мәҙәниәтте күрһәтеү, илебеҙҙәге мәҙәниәт-ара бәйләнеште һәм халыҡтарҙың бер-береһенә ихтирамын һаҡлау, хәҙерге ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, традицияларҙы үҫтереү бурыстарын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерҙе, киләсәккә стратегик йүнәлеш билдәләне. Был мәсьәләләргә “Ижади майҙан” сараһында айырыуса ҙур иғтибар бүленде.

 

“Башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе ата-әсәләр менән бергә хәл ителергә тейеш”

 

Йыл дауамында профессионалдар — республика­ның сәнғәт, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, район һәм ҡалаларҙағы хеҙмәттәштәре, фекерҙәштәре, үҙешмәкәр театр етәкселәре, режиссерҙар, сценаристар, видеографтар, рәссамдар, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе белгестәре, йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашты. Булат Йосопов, Хөрмәтулла Үтәшев, Лариса Абдуллина, Зөһрә Бураҡаева, Йәлил Сөләймәнов, Руслан Биккинин, Эльвира Байназарова, Рәйсә Күзбәкова, Эльбрус Ниғмәтуллин кеүек билдәле шәхестәр майҙансыҡтарҙың даими спикерҙары булды. Ете комплекслы сара республиканың барлыҡ төбәк­тәрен үҙ эсенә алды, уларҙа ике мең ярым самаһы кеше ҡатнашты. Иң ҙур йыйындар Дыуан районында һәм Салауат ҡалаһында үтте — ун бер майҙансыҡта өс йөҙҙән ашыу милләттәшебеҙ тупланды.

Өфө халҡы өсөн иһә биш майҙансыҡ ойошторолдо. Йыйында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы йүнәлештәре буйынса семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелде. Проектҡа ярашлы, “Тамға”  халыҡ-ара баш­ҡорт милли кейем оҫталары бәйгеһенең, шулай уҡ “Боронғо дөйә” балалар һүрәттәре конкурсында ҡатнашыусыларҙың эш өлгө­ләренән күргәҙмәләр ойошторолдо. “Ижади майҙан” сараһында башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре менән осрашыу үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайы вәкилдәре, Өфө ҡалаһы баш­ҡорттары ҡоролтайы етәкселәре, башҡорт ырыуҙары рәйестәре һәм ағзалары, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһының көнүҙәк йү­нә­лештәре, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге, башҡорт хал­ҡының тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәр­леге тураһында төрлө мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова осрашыу барышында ҡала шарттарында иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу буйынса түбәндәге фекерен белдерҙе.

– Республика ҡалалары мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе, һис шикһеҙ, ата-әсәләр менән бергә хәл ителергә тейеш. Был йәһәттән, мәҫәлән, Салауат ҡалаһын өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Ундағы ата-әсәләр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, “юл картаһы” эшләп, туған телде уҡытыуҙы яйға һалды. Ошо ҡалала “Ижади майҙан” үткәргәндә лә етәкселектең башҡорт теленә, мөхитенә, уға бәйле проблемаларға, күтәргән мәсьәләләргә айырыуса иғтибарлы икәнлектәрен күрҙек.

Республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында ла, айырыуса Өфөлә, шундай уҡ эш ойоштороу зарур. Ата-әсәләрҙе ойоштороп ебәреү өсөн тәүге сиратта көслө башҡорт теле уҡы­тыусылары кәрәк, йәнә яҡшы дәреслектәр менән тәьмин итеү бурысы ла тора. Юғиһә, шундай хәлдәр ҙә була: ата-әсә ғариза яҙа, башҡорт теле уҡытыла, әммә ҡыҙыҡты­рыр­лыҡ әсбаптар булмағанлыҡтан, баланың телде өйрәнеүгә теләге һүрелә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, ошо мөһим мәсьәләләр буйынса фекерҙәребеҙҙе даими еткереп торорға тейеш.

Бындай проблемаларға ҡарата федераль кимәлдә лә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, былтыр Туған телдәр инс­титуты асылды. Унда хәҙер диссертация советы төҙөргә уйлайҙар. Эшмәкәрлекте яйға һалып ебәреү өсөн ил төбәктәренән уҡытыу алымдары, федераль яҡтан кәрәкле ярҙам саралары, программалар һәм башҡа мәсьәләләр буйынса тәҡдимдәр көтәләр. Бөгөн туған телдәрҙе өйрәтеү буйынса бына шулай системалы шөғөлләнеү мөһим.

Федераль кимәлдә барған ошондай эштәргә ҡушылайыҡ. Беҙҙең республиканың мәғариф тармағында алдынғы ҡарашлы етәкселәр, уҡытыусылар бик күп. Бай тәжрибәгеҙгә таянып, үҫештә уртаҡ юл таба аласаҡбыҙ. Иң мөһиме – ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, уларҙың фекер-кәңәштәрен иғтибар үҙәгендә тотайыҡ.

Баш ҡала шарттарында башҡорт телен уҡытыу ҡыйыныраҡ, тиҙәр. Минеңсә, кире­һенсә, еңелерәк. Ни өсөн тигәндә, Өфөлә ауылдарға ҡарағанда уңайлы шарттар күберәк: балаларҙы йөрөтөү өсөн мәҙәни, белем биреү саралары йыш уҙғарыла. Ошо йәһәттән башҡараһы бурыстарға ата-әсә­ләрҙе нығыраҡ йәлеп итеү маҡсатында шундай тәҡдим бар: уҡыусылар, йәштәр менән эш алып барыу буйынса проект төҙөйөк. Бындай ғәмәлдәрҙе үтәүгә тәжрибәбеҙ етерлек. Шулай уҡ мәғариф учреждениеларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан шефлыҡ ойоштороу мөһим, тип иҫәпләйем. Ниндәйҙер мәсьәләлә ярҙам талап ителәме, сараларҙа ҡатнашырға кәрәкме һәм башҡалар – ошо шефҡа мөрәжәғәт итергә булыр ине. Смарт-мәктәптәр асҡан саҡта республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тап шундай маҡсат ҡуйғайны: дәрестәргә танылған шәхестәрҙе саҡырып тороу балалар күңелендә туған телгә, илгә һөйөүҙе арттырасаҡ, тигәйне.

Ғөмүмән, йәш быуында туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу уҡытыусының ғына эше түгел. Йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф учреждениелары һәм ата-әсәләр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу – уңыштың төп нигеҙе. Ә Өфө, һис һүҙһеҙ, һәр яҡлап башҡаларға өлгө булып торорға тейеш, –  тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

“Рухи-әхлаҡи тәрбиә” майҙансығында модераторҙар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова, уның коллегалары мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмаларының ата-әсәләр комитеттары рәйестәре өсөн туған телде өйрәнеү эшен ойоштороу мәсьәләләре буйынса диспут-клуб, тренингтар үткәрҙе. Ошо комиссияның рәйестәше Руслан Биккинин билдәләүенсә, быйылғы сараларҙа ата-әсәлектең хоҡуҡи нигеҙҙәренә ҙур иғтибар бүленде.

– Балаларының туған телде һәм дәүләт телен өйрәнеүгә ниндәй хоҡуҡтары барлығы тураһында ата-әсәләрҙең һәммәһе лә белеп еткермәй. Ә хоҡуҡтар бурысһыҙ йәшәй алмай, улар тураһында беҙ күп һөйләнек. Һис шикһеҙ, һәр ата-әсә балаһын шәхес булараҡ тәрбиәләү генә түгел, уға туған телен, халҡының йолаларын, тарихын һаҡлау йәһәтенән яуаплылыҡ һалырға тейешлеген аңлатырға тырыштыҡ. “Ижади майҙан”да беҙҙең майҙансыҡ ҡайһы берҙә мәктәп менән ата-әсәләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре буйынса юридик консультация булып торҙо. Законлы хоҡуҡтарыңды белеп кенә, уларҙы тормошҡа ашырыуға өлгәшергә мөмкин һәм кәрәк тә. Беҙ ҡатнашыусыларҙың иғтибарын мәктәпкә, ата-әсәләргә, йәмғиәткә бергәләп эшләргә кәрәклегенә йүнәлттек. Һәр бала — үҙенсәлекле донъя. Әң­гәмәләрҙең икенсе өлөшө хеҙмәттәшлек мөмкин­лектәрен өйрәнеүгә арналды. Тренингтарҙы Ата-әсәләр комиссияһы рәйесе, профессиональ педагог, психолог Эльвира Байназарова әҙерләне, — тине Руслан Биккинин.

 

“Урал батыр мәктәбе”нең ыңғай һөҙөмтәһе ҙур

 

“Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт”  майҙансығында тележурналист, “Ашҡаҙар”  радиоһы етәк­сеһе, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Гәүһәр Батталова журналистар, яҙыусылар, театр артистары, китапханасылар, студенттар өсөн “Ғаиләлә һәм мәктәптә илһөйәрлек тәрбиәһе” тема­һына түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Һөйләшеү бик йәнле, төрлө яҡлы килеп сыҡты.

Өфөнөң М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында “Аҡбуҙат” балалар әҙә­би-нәфис журналы ойошторған майҙансыҡта баш мөхәррир Лариса Абдуллина баҫма ме­нән таныштырҙы, һүрәттәр конкурсы үткәрҙе, уҡыусыларға шулай уҡ “Урал батыр”  йәнһүрәте күрһәтелде. Балалар рәссамы Майя Ҡәйүмова һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы.

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм үҙәктең ағзаһы Мәрүә Ғилметдинова “Урал батыр мәктәбе” майҙансығында (Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында ойошто­ролғайны) Өфө ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары өсөн “Урал батыр мәктәбе” проекты менән таныштырыу кисәһе үткәрҙе. Сарала шулай уҡ үҫеп килеүсе йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү тураһында ла һүҙ барҙы. Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкованы һәм Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинованы республикала оҙаҡ йылдар дауамында Баш­ҡортостан Мәғариф министрлығының милли бүлек һәм тәрбиә эштәре буйынса бүлек начальниктары булып эшләгән шәхестәр булараҡ беләләр. Һуңғы йылдарҙа улар Бө­тә донъя башҡорттары ҡоролтайы башлан­ғы­сындағы сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, башҡорт милли мәғарифын һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп көс һала. Бөгөнгө майҙансыҡ мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү ойошмалары етәкселәре, директор­ҙарҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫарҙары, методистары, башҡорт теле уҡытыусылары өсөн билдәләнгән. Рәйсә Абдрахман ҡыҙы түбәндәге фекерен белдерҙе:

— Йыл дауамында ”Ижади майҙан” проектында теләп ҡатнаштыҡ, республиканың төрлө төбәктәрендә булдыҡ. “Урал батыр мәктәбе” проекты балаларға, йәштәргә рухи-әхлаҡи, патриотик, экологик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән, 2021 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Авторы – билдәле педагог, яҙыу­сы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бура­ҡаева. Проект 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Грантына лайыҡ булды. Әлеге көндә республикала проектҡа егерменән ашыу мәктәп, балалар баҡсалары ҡушылды, ете учреждение эксперимент тәртибендә эшләй. Тәрбиә – оҙайлы процесс, уның һөҙөмтәләре бер нисә йылдан ғына күренә башлаясаҡ, шулай ҙа “Урал батыр мәктәбе” проектын ҡулланған мәктәптәр балаларҙа ыңғай үҙгәрештәр булыуын билдәләй, — тине ул.

“Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгенең әүҙем ағзаһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Айһылыу Хәмзә ҡыҙы Хөсәйенова бөгөнгө шарттарҙа патриотик тәрбиәнең әһәмиәте тураһында һөйләне. Семинарҙа баш ҡала мәктәптәрендә белем биргән башҡорт теле уҡытыусылары, тәрбиәселәр, атай-әсәйҙәр ҡатнашты, фекер алышты, киләсәккә пландар ҡорҙо. Бындай саралар йәш быуында патриотик тәрбиә һәм илһөйәр­лек тойғоһон үҫтереү өсөн айырыуса мөһим, ти ойоштороусылар. “Урал батыр” эпосы бу­йынса тәрбиә эше алып барыу башлан­ғысы 1992 йылда “Тормош һабаҡтары” дәресенә индерелгәйне. Ә 2019 йылда бил­дәле милләттәшебеҙ, педагог, дәреслектәр авторы, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева “Урал батыр мәктәбе”н ойошторорға тәҡдим итте.

 

Лайыҡлыларҙы ҡотлайбыҙ!

 

“Ижади майҙан” комплекслы сараһынан һуң шунда уҡ  ”Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡорт мәҙәниәте йылы һәм рухи мираҫ йылын йомғаҡлау сараһы булды. Йыл һөҙөмтәләрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов барланы.

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылының девизы итеп бөйөк “Урал батыр” эпосынан “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ!” тигән юлдар алынғайны. Ошо аманатҡа ярашлы, быйыл үткәрелгән сараларҙа “кеше – булдырыусы” тигән идеяны алға ҡуйыуға ҙур иғтибар бүленде. Эштә Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы положениелары төп нигеҙ итеп алынды: бай мәҙәниәтте, күп милләтле илебеҙҙә мәҙәниәт-ара бәйләнеште, бер-береңдең рухи ҡиммәттәренә ихтирам-хөрмәт һаҡлау, хәҙерге заман шарттарын күҙ уңында тотоп, киләсәккә стратегик йүнәлеш билдәләү бурыстары ҡуйылды, – ти Юлдаш Мөхәммәт улы.

Йыйында баш ҡала башҡорттары ҡоролтайы госпиталдәрҙә дауаланған хәрбиҙәребеҙгә матди ярҙам йыйыу буйынса гуманитар акция ла ойошторҙо. Көн дауамында ҡабул итеү пункты эшләне, унда теләгән һәр кем әйберҙәр, төрлө кәрәк-яраҡ килтерә алды.

Йыл һөҙөмтәләрен барлап, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова түбәндәге фекерен белдерҙе.

– Башҡорт теле көнө өсөн беҙ республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа рәхмәтлебеҙ. Был байрам йылдан-йыл сағыуыраҡ, эстәлеге лә байыраҡ, яңынан-яңы саралар барлыҡҡа килә. Әлбиттә, был көн беҙҙе берләштерә, уйландыра һәм те­лебеҙгә ҡарата һөйөүебеҙҙе арттыра. Йыл башында тап ошо урында Башҡорт мәҙә­ниәте һәм рухи мираҫ йылына ҡарата план­дарҙы билдәләгәйнек. Йыл һайын 14 де­кабрҙә район, төбәк ҡоролтайҙары араһында барған рухи бәйгеләргә һөҙөмтә яһау беҙҙең күркәм йолаға әүерелде. 2022 йыл арҙаҡлы шәхесебеҙ, мәшһүр шағир Рәми Ғариповҡа бәйле. Юбилейы юғары ки­мәлдә билдә­ләнде, уның хаҡындағы фильм экрандарға сыҡты. Рәсәй Дәүләт Думаһында төрлө төбәктәрҙән йыйылған депутаттар менән аралашҡанда республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө һәм башҡа рухи саралар тураһында һөйләгәндә, улар беҙҙең мөмкинлектәргә, ойоштороу тәжрибә­һенә хайран ҡала һәм бер аҙ көнләшә лә, сөнки Башҡортостанда был – ҙур, системаға һалынған эш,  – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Тантаналы сарала йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, ҡала округтары, муниципаль райондар хакимиәттәре, Рәсәй субъекттарының башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһындағы еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды, шулай уҡ “Минең яратҡан башҡорт теле уҡытыусым” акцияһына ярашлы ун педагог бүләкләнде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына өс йәмәғәт эшмәкәре: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, милли ойошма ҡарамағындағы М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды командиры, Башҡортостандың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы советы рәйесе Тимерйән Рәжәпов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорт­тары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова, Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаил Яхин лайыҡ булды.

Шулай уҡ күп йыллыҡ һөҙөмтәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мө­хәмәтйәновҡа, Һамар өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе Сынтимер Ғарифовҡа, Өфөнөң Калинин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Юрматы ырыуы башлығы Риф Иҫәновҡа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар советы ағзаһы Марс Юлдашевҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына йомғаҡ барлыҡ ҡоролтайҙар араһында өс номинация буйынса яһалды: ҡалалар, райондар һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡорт йәмәғәт ойошмалары.

Исемле йылда уҙғарылған мөһим сараларҙы ойоштороуҙа, яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны, ҡалала башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға, популяр­лаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Сибайға – беренсе, Стәрлетамаҡҡа – икенсе, Күмертауға өсөнсө урындар бирелде. Райондар араһында иһә беренсе урынды Дыуан яуланы, икенселә – Йәрмәкәй һәм Туймазы, ә өсөнсөлә – Хәйбулла райондары.

Быйыл Рәсәй Федерацияһы субъекттарында ла Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы бурыстарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эшләнеләр. Һөҙөмтәлә беренсе урында – Һамар өлкәһе йәмәғәт­селәре, икенсе урында – Пермь крайы, өсөнсөлә – Силәбе өлкәһе. Шулай уҡ ике тиҫтәгә яҡын әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тәүге сиратта “Ижади майҙан” проекты спикер­ҙары, унда әүҙем ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.


Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: