Былтыр “Башҡортостан Республикаһының туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡ ойошмалары берлеге” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы (Баштурсоюз) “Мин башҡорт телен өйрәнәм” мәҙәни-мәғрифәтселек турын Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды ярҙамында ойошторҙо.
“Мин башҡорт телен өйрәнәм” турының Ғафури районындағы Сәйетбаба һәм Ҡаранйылға ауылдары, “Башҡортостан йөрәге”, “Торатау” геопаркы ингән маршрурында, былтыр октябрҙә, миңә лә ҡатнашырға насип итте.
Уҡыусылар Сәйетбаба мәктәбендә ойошторолған төшкө аштан һуң “Башҡортостан йөрәге” этнокомплексына юлланды – ул республикала билдәле булған Уҡлыҡая тауы ҡаршыһында урынлашҡан.
Унда йәш туристарҙы Сәйетбаба ауылынан “Әсәнәй” фольклор ансамбленең һәүәҫкәр артистары йыр-бейеү менән ҡаршыланы.
Сәйетбаба ауылынан башҡорт эпостарын башҡарыусы халыҡ сәсәне Илһам Ханнан улы Байбулдин уҡыусыларға оҫталыҡ дәресе бирҙе. Ул ҡурай эшләү серҙәрен дә уртаҡлашты, шунда уҡ балалар алдында үҙе эшләгән ҡурайҙа уйнап күрһәтте. Был осрашыу барышында балалар башҡорт халҡының төрлө милли музыка ҡоралдары менән танышты, көйҙәрҙе тыңланы.
Белеүебеҙсә, Илһам Байбулдин 2021 йыл өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең “Рәсәй күңеле” премияһы лауреаты булды – “Традицион халыҡ мәҙәниәте” номинацияһында еңеү яуланы һәм яңыраҡ уны Мәскәүҙә Кремль һарайында бүләкләнеләр. Шулай итеп, уҡыусыларға ошондай билдәле музыкант менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе, “Әсәнәй” фольклор ансамбле апайҙары иһә матур сығышы менән күңелдәргә дәрт өҫтәне.
Илһам Ханнан улы гимназия уҡыусыларын уҡтан атыу серҙәренә лә өйрәтте.
Халҡыбыҙҙың "Аҫыл таш ҙур булмай" тип әйтеүе дөрөҫтөр.
Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы (видеояҙма менән “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге сәхифәһендә таныша алаһыҙ).