Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Ғинуар 2023, 21:30

"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”

Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Татарстандан 14 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән көсөн һынаны. Кемдәр еңеүсе?

"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”
"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”

Бөгөн баш ҡалала 9-11-се класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабы уҙҙы, унда Рәсәй Федерацияһының төрлө субъекттарынан ҡатнаштылар. Атап әйткәндә, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән һәм Татарстандан ун дүрт уҡыусы – тыуған төбәктәрендәге этаптарҙа еңеүселәр килде.

"Башҡорт телен беренсе кластан алып өйрәнәм. Бейеүҙәребеҙҙе, йырҙарыбыҙҙы яратам, һәр саҡ теләп башҡарам", - ти Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы уҡыусыһы Камила Ихсанова.

Ырымбур өлкәһенән килгән уҡыусы иһә, туған телем мине тыуған ерем, тамырҙарым менән ныҡлы бәйләй, ти.

"Ырымбур өлкәһе - башҡорттарҙың тыуған ере, кесе ватаным. Шуға ла мин башҡорт телен, әҙәбиәтен оло һөйөү менән өйрәнәм һәм ата-бабаларым телен яҡшы белеүем, туған телдә аралашыуым менән ғорурланам", - ти Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районынан Илзидә Ҡаҙбәкова.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов күрше төбәктәрҙән килгән бәләкәй милләттәштәребеҙгә - финалсыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Тел - башҡорт халҡының мәҙәни кодына асҡыс, тип билдәләне ул.

- Туған телде белеү, ҡулланыу - меңәрләгән йылдар буйы тел формалашыу осоронда уға һалынған мәҙәни кодты өйрәнеү һәм файҙаланыу. Шуға күрә ата-бабаларыбыҙҙың телен файҙаланып, беҙ уны быуындан быуынға тапшырыуҙан тыш, күп быуатлыҡ мәҙәни традицияларыбыҙға ярашлы киләсәгебеҙҙе формалаштырабыҙ, - тине Юлдаш Мөхәмәт улы.

Туғыҙынсы класс уҡыусылары араһында Ырымбур өлкәһенән Илзидә Ҡаҙбәкова, Силәбе өлкәһенән Лилиә Абдрахманова еңеүсе булды, ә ун беренселәр араһында Эльвина Ишназарова (Ырымбур өлкәһе) иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”
"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”
"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”
"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”
"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”
"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”
"Туған телемде яҡшы белеүем менән ғорурланам”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: