Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
12 Ғинуар 2023, 16:45

"Республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе"

Беҙҙең республика, башҡорт һәм татар халҡы өсөн ҙур юғалтыу был.

"Республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе"
"Республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе"

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың эшмәкәрлеге тураһында РСФСР-ҙың, Башҡорт АССР-ының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Фидан Ғафаров фекер уртаҡлашты.

– Мортаза Ғөбәйҙулла улы бик эшсән, башҡорт халҡы өсөн йәнен бирергә әҙер булған шәхес ине. Бер мәл мин – Япониянан, улар – Мортаза Рәхимов һәм Урал Бакиров Мәскәүҙән бер самолетта ҡайттыҡ, шулай тап килде. Урал Насир улы Мортаза Рәхимовтың республиканың мәнфәғәттәрен яҡлап илдең Дәүләт Думаһына барыуын һөйләне.

Ул ҙур, тәжрибәле сәйәсмән булды, предприятиеларҙы һаҡлап ҡалырға, тергеҙеүгә бар көсөн һалды.

Сәнәғәт өлкәһе кешеһе булһа ла, профессиональ сәнғәтте аңлай белде. Республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Үҙе лә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына йыш йөрөнө, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңларға яратты.

Беҙҙең республика, башҡорт һәм татар халҡы өсөн ҙур юғалтыу был. Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам, – тине Фидан Сафа улы.

Фото: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: