

Баймаҡ районының Түбә ауылында йәшәгән Рәйлә апай Мәҡсүтова ейәнсәре Азалия менән ошо көндәрҙә бик сауаплы эш башҡарған – ауылдағы балалар баҡсаһындағы ҡурсаҡтарға милли кейем теккәндәр.
- Киленем Розалия Түбә ауылының балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй. Ул “Ҡәйнәм, ҡурсаҡтарҙың кейемдәрен яңыртып бирмәҫһегеҙме икән?” тип мөрәжәғәт иткәс, дәртләнеп эшкә тотондом. Был эшкә студент ейәнсәремде лә йәлеп иттем, ҡыҙ кешегә тегеү-бесеү эшен белеп үҫеүе һис тә зыян итмәҫ, етмәһә, бер ыңғайҙан, милли кейем өлгөләрен эшләү тәртибе менән танышты, - тип һөйләне Рәйлә апай.
Рәйлә Мәҡсүтова ауылдағы ағинәйҙәр ҡорон да уңышлы етәкләй. Ҡатын-ҡыҙҙар менән боронғо милли кейем – сарыҡ тегеүҙе үҙләштереп, башҡа ауылдарҙа оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәткәндәр.
Ҡул эштәренә маһирлығы атаһы менән әсәһенән килә. “Әсәйем Өмөниса тегенсе булды. Ололарға ла, балаларға ла оҫта итеп күлдәктәр, мәктәп формаһы тегә торғайны”, - ти Рәйлә ханым. Ул үҙе балалар баҡсаһында, балалар йортонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, ә ҡул эштәре – күңел һалып башҡарған шөғөлө. Кейем тегеү менән бер рәттән ҡорама ҡорауға ла оҫта Рәйлә апай.
“Ҡурсаҡтарға кейем тегеү – бик ваҡ, мәшәҡәтле эш. Бер ҡурсаҡты кейендереүгә ике-өс ололар күлдәге тегерлек ваҡыт талап ителә. Шулай ҙа эшебеҙҙе яратып башҡарҙыҡ. Кескәйҙәр аллы-гөллө милли кейемле ҡурсаҡтарҙы уйнатып ҡыуанһын әйҙә!”, - ти Түбә ағинәйе.
Рәйлә апайға ла, өләсәһенә ихлас ярҙам иткән Азалияға ла “Афарин!” тибеҙ.
Фотолар: Р.Мәҡсүтованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.