Фильм ата-әсәй һәм балалар араһындағы мәңгелек бәхәс тураһында. Балаларға “Яҡшыраҡ булһын өсөн әйтәм” тигән фекере менән балаларҙың күңелендәге рухи ҡиммәттәрҙе юҡҡа сығарырға мөмкин булыуын һүрәтләй.
Фильмда төп ролдәрҙе И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ драма театры артисы Ирек Ибраһимов, Гөлфинә Вәлиева Башҡортостандың урман хужалығы министрлығының диспетчеры һәм янғын һүндереү тармағының инженеры, республиканың “МиссБашМодельс” агентлығы модельеры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт трама театры артисы Гөлфиә Рафиҡова, “Нектория” рок төркөмөнөң етәксеһе Ришат Сөләймәнов, режиссер ярҙамсыһы һәм актер Мирас Үҙәнбаев башҡарҙы.
Таңсулпан Рәсүл әлеге фильмды төшөргәндә тормош иптәше, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы Айҙар Байтимеровтың ярҙамына рәхмәтле. Айҙар ҡурайсы ролен башҡара, администратор вазифаһын атҡара.
Хеҙмәттәшебеҙ әлеге мәлдә декрет ялында. Ике малай үҫтерә. Шуға ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ журналист, шағирә, Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты күптәнге хыялы – кино төшөрөп ҡарауҙы тормошҡа ашырырға була. Былтыр Булат Йосоповтың киномәктәбендә уҡып сығып, киносценарист һәм режиссер һөнәрен ала.
Таңсулпан Рәсүлдең “Һуңғы туҡталыш” фильмы ниндәй хис-тойғолар уятты? Уй-фекерегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Фото һәм видео Таңсулпан Рәсүлдең шәхси архивынан алынды.