Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Ғинуар 2023, 21:19

“Китап булып сығыр әле!”

Һәҙиә Дәүләтшинаның төрмәләге тормошонан.

Был ҡыҙыҡлы яҙманы беҙгә Бөрө филиалы доценты, ғалимә Гөлнур Ҡасҡынова тәҡдим итте. Мәғлүм булыуынса, яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың ҡатыны Фатима Һәҙиә Дәүләтшина менән Мордовияның Темников лагерында бергә булған. Был хәтирә 1989 йылдың 17 мартында уның улы Таң Юлтыев тарафынан магнит таҫмаһына яҙҙырылған.

“Аудиояҙма Өфө фән һәм технологиялар уни­вер­си­тетының Бөрө фи­лиа­лын­дағы Һәҙиә Дәү­ләт­шина музейында һаҡлана. 2022 йылда “Китап”нә­ш­­риәтендә донъя күргән “Һә­ҙиә Дәү­ләтшина. Ижади мираҫы. Хәтирә­ләр. Документтар” китабында тәүге тапҡыр баҫылып сыҡты”, – тип аңлатма бир­ҙе Гөлнур Ҡасҡы­нова. Шулай итеп, һеҙгә Фатима Юлтые­ваның үҙенсәлекле хәтирәһен тәҡдим итәбеҙ.

“Һәҙиәнең тормош иптәше Ғөбәй Дәүләтшинде 1919 йылдан, Һамарҙа торған саҡтан, күреп белә инем. Минең тәүге ирем Ғәлимйән (Ғәлимйән Сәлимъяуаров – Ф.Ю.) 101-се мәктәптең 1-се баҫҡысында, мин 2-се баҫҡысында уҡыттыҡ. Эшселәр клубында беҙ үткәргән кисәләрҙә Ғөбәй Дәүләтшин йыш ҡатнаша ине.

Киләһе осрашыуыбыҙ 1928 йылда булды. Бер ваҡыт өйөбөҙгә Дауыт (Был урында һүҙ яҙыусы Дауыт Юлтый хаҡында бара: тәүге ире Ғәлимйән Сәлимъяуаров тиф ауырыуынан вафат булғандан һуң бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, Фатима Ғилман ҡыҙы яҙмышын Дауыт Юлтый менән бәйләй – Гөлнур Ҡасҡынова аңлатма­һынан) менән бергә киң яурынлы, бөҙрә сәсле кеше килеп инде.

– Фатима ханым, таныйһығыҙмы мине? – тип һораны ул.

– Нисек танымаҫҡа! Һеҙ бит Ғөбәй Дәүләтшин, – тип яуап бирҙем.

Күп тә үтмәй, Дәүләтшиндең тәҡдиме буйынса, Фрунзе урамындағы 38-се йортта уларға күрше булып йәшәй башланыҡ. Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, матур ҡатыны Һәҙиә менән дә таныштырҙы Ғөбәй.

Дәүләтшиндәр беҙгә бик яҡшы мөнәсәбәттә булды. Балаларҙы бик ярата ине улар. Үҙҙәренең улы сабый сағында үлеп ҡалған. Ғөбәй Дәүләтшин тыпырлап бейергә ярата торғайны. Бер ваҡыт Неля ла (Нинель Юлтыева – Ф.Ю.) уға эйәреп тыпырлап бейеп килеп сығырға әүәҫләнеп китте. Беҙ был йортта бергә-бергә биш йыл йәшәнек. Аҙаҡ Дәүләтшиндәр Киров урамындағы 5-се йортҡа күсте.

1938 йылда яҙмыш мине Мордовия тарафтарына ташланы. Төндә килеп еттек. Дежурныйҙар әйберҙәрҙе тикшергәс, мине өсөнсө баракка урынлаштырҙылар. Ә Һәҙиә беренсе баракта булып сыҡты. Осраштыҡ, ҡыуаныштыҡ. Беҙ бергә эләккәнде белмәй инек бит. 1983 йылда сыҡҡан “Һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр” китабында баҫылған хәтирәмдә был осор тураһында бер ни тиклем һөйләгәйнем инде. Әммә унда барыһы ла инеп бөтмәне.

Һәҙиә сигеү цехында эшләне. Ҡан төкөрөп ала ла сигеүен дауам итә ине. Уны стационарға дауаланырға ла һалып алғандары булды.

Кискеһен эштән һуң Һәҙиә янына килә инем. Ул галстук эшләп ултыра. Миңә ризыҡ табырға ярҙам итә ине: Нуца исемле грузинкаға, тағы ла бер азербайжан ҡатынына норма тултырырға булышабыҙ, улар был эш өсөн ҙур киҫәк шәкәр, селедка бирә. Беҙҙең ҡайһы бер ваҡытта шундай мәлдәр була ине: йә миңә, йә Һәҙиәгә, йә Хәҙисәгә посылка килә. Шулар килгәс, бер матур ғына ерҙә үләнгә ултырып, барыбыҙ ҙа бергә ашай-эсә торғайныҡ. Ул йома көнгә тура килә, байрам шикелле була ине беҙгә.

Тағы ла иҫтә ҡалған бер мәл шул: Һәҙиә һаман үҙенең китабы өҫтөндә эшләне. Ул бер ҡағыҙҙы бирә, шул ҡағыҙҙы мин ҡарайым, үҙе яттан һөйләй. Мин ҡағыҙҙы әйләндереп уҡыһам, һүҙмә-һүҙ тап килгәнен күрәм. Хәтере бик һәйбәт ине!

Һәҙиә миңә йыш ҡына:

– Бына был китап булып сығыр әле! Насип булһа, ике китап сығарырмын әле, – тип әйтеп ҡуя ине.

Китаптың руссаһы ла, башҡортсаһы ла мотлаҡ сыға­саҡ, тип өмөт итә ине ул. Тик “Ырғыҙ”ҙың юлы бик оҙон булды. Үҙе иҫән сағында уның баҫылып сығыуын күрергә тура килмәне инде мәрхүмәгә. Ә өмөтө ҙур ине бит!

1942 йылға тиклем бергә булдыҡ. Аҙаҡ ауырыуы көсәйеп китеү сәбәпле, Һәҙиәне азат иттеләр. Иреккә сыҡҡас яҙған хаттарының береһе һаҡланып ҡалған миндә.

Ул Өфөгә ҡайтҡас, минең Зөбәйҙә һеңлем эшләгән ерҙә – ғилми-тәжрибә станцияһында төнгө ҡарауылсы булып урынлашты. Мордовияла саҡта беҙгә һөйләгән романын яҙыуын дауам итте. “Ырғыҙ” – бик матур, төплө китап. Ваҡиғалар Ырғыҙ буйында – элекке ваҡыттағы Николаевский, аҙаҡ Пугачев өйәҙе булған ерҙәрҙә бара. Әҫәрҙе бик яратып уҡыйҙар”, – тип һөйләгән Фатима ханым 1989 йылда.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: