Башҡорт телен өйрәнеү географияһы киңәйә. Яҡташыбыҙ Эльза Вәхитова Сочи ҡалаһының башҡорттар берләшмәһе етәксеһе Рәхилә Тайыпова менән берлектә урында башҡорт телен өйрәнеү буйынса балалар һәм өлкәндәр өсөн төркөмдәр ойошторҙо.
“Сочи ҡалаһы башҡорттары ойошмаһы рәйесе Рәхилә Тайыпова менән башҡорт теле дәрестәрен үткәреү идеяһы менән күптән янып йөрөнөк. Туған телдә дөрөҫ итеп һөйләшергә, яҙырға өйрәнергә, үҫеп килгән быуынға телгә ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятырға теләүселәр күп ойошмала. Яңы йылға эш планына башҡорт теле дәрестәрен үткәреүҙе индерҙек. Ватсапта чат асып, һабаҡҡа йөрөргә теләүселәрҙе йыйҙыҡ. Унда башҡорт теленә ҡағылышлы материалдар һалып барабыҙ. Үҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист булып эшләнем, тәжрибә бар.
Календарь тематик план төҙөлдө. Әммә таянып эшләрҙәй методик материалдар, китаптар юҡ әлегә. Бар мәғлүмәт Интернет селтәренән алынды. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан Гөлсөм Дилмөхәмәтова беҙгә тиҙ арала әлифба, яҙыу өлгөләре, методик ҡулланмалар ебәреү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. Беренсе башҡорт теле дәресе 17 ғинуарҙа үтте. Был - Сочи ҡалаһы башҡорттары өсөн тарихи ваҡиға. Дәрестә рус телендә һөйләшкән мәктәпкәсә йәштәге өс бала һәм биш оло кеше булды. Тәүҙә башҡорт теле, алфавиты, беҙҙең телдә генә булған туғыҙ хәреф-өн, уларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләп үттек. Уҡыусылар күрешеү, үҙең менән таныштырыу һүҙҙәрен башҡортса әйтергә өйрәнде. Беренсе дәрес барышында "ә" өн-хәрефе менән таныштыҡ, яңы һүҙҙәр ятланык. Дәрес аҙағында “Әсәй менән гөл ултырттыҡ” йырынын беренсе куплетынын һүҙҙәрен ятлап, йырларға өйрәндек. Киләһе дәресте ҙур теләк менән көтөүҙәрен белдереп, күтәренке кәйеф менән таралышты уҡыусылар”, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Эльза Вәхитова.
Фотолар Сочи башҡорттарының "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.