“Башҡорт” һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан.
Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгән. Мал-тыуары күп булған. Бынан тыш, улар һунарсылыҡ менән дә шөғөлләнгән.
Бер ваҡыт иң яҡшы көтөүлектәрҙе эҙләп элекке урындарынан күсеп китәләр. Улар бик оҙаҡ бара, бик ҙур юл үткәндә ҡапыл бүре өйөрөнә тап булалар. Бүре башлығы өйөрөнән айырылып, күсеп йөрөүсе каруан алдына алдына төшкән дә юл башлап киткән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бүре артынан бара торғас, бик матур туғайлы йылғаларға, урманға, еләк-емешкә, йәнлеккә бай ергә килеп сыҡҡандар. Бындағы тауҙар, күккә олғашып, күҙ яуын алып торалар икән. Ошо ергә килеп еткәс, баш бүре туҡтаған. Ырыу ҡарттары бергә йыйылып : “Беҙ ошонан да матур ерҙе тапмайбыҙ, бындай ер донъяла юҡ, ошонда ғүмер итәйек,” - тигәндәр. Ошо матурлыҡҡа, байлыҡҡа тиңе булмаған ерҙә тирмә ҡороп, мал үрсетеп, һунар итеп йәшәй башлағандар.
Шул ваҡыттан бирле ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен баш бүре артынан һунар итеп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгәндәр, ти.
Бер ваҡыт улар, мал көтөр өсөн арыуыраҡ ер эҙләп, күсеп киткәндәр. Бик күп ер үткәс, былар бер көтөү бүрегә тап булғандар. Ошо көтөүҙе йөрөткән баш бүре көтөүенән айырылып сыҡҡан. Борон бүрене “ҡорт” тип йөрөткәндәр. “Баш ҡорт артынан килеүсе халыҡ” тип әйтеү – “ баш бүре арынан килеүсе” тигәнгә тиң. “Башҡорт” һүҙҙе бына ошонан килеп сыҡҡан.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҡурайсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Хәйруллиндан видеояҙма тәҡдим итәбеҙ.
Яҙма: асыҡ сығанаҡтарҙан
Фото: vk.com/uraltau10274https://vk.com/uraltau10274
Видео: vk.com/id50898553