

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ҡоро әүҙем эшләй. Ошо көндәрҙә ойошманың иң уңған ҡатын-ҡыҙҙары кейеҙҙән бейәләй эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Кейеҙ баҫыу, йөн иләү, кейеҙ һәм йөндән төрлө нәмә етештереү башҡорттарҙа борондан килә. Күп быуаттар дауамында, башҡа күсмә халыҡтарҙағы кеүек үк, кейеҙ баҫыу башҡорттарҙың бөтә тормошона бәйле булған. Унан кейем, атына ябыу, иҙәнгә йәймә теккән һ.б. Ваҡыт үтеү менән был шөғөл боронғо ҡулланылышын юғалтҡан, халыҡ өсөн мөһим кәсеп булыуҙан туҡтаған.
Хәҙер иһә башҡорттар араһында этник үҙенсәлеккә ҡыҙыҡһыныу арта. Башҡортостанда был кәсепте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Ағинәйҙәр ҙә ошо шөғөлдө тергеҙеү буйынса эште дауам итеү, ауыл халҡын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп алған.
Әйткәндәй, кейеҙҙән эшләнгән бейәләй йылы, сифатлы булыуы менән айырылып тора. Уның дауалау үҙенсәлеге лә бар.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл Иҫке Сибай ауылы халҡы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша.
Фото: "Шәфәҡ" ағинәйҙәр төркөмө.