Тиктормаҫ, эшһөйәр инәйҙәр һәр ауылда бар. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәгән Сәкинә Ибраһим ҡыҙы Буканова боронғо шөғөлдәребеҙҙең береһен һаман ташламай – тирмән тартып талҡан эшләй. Тәмле ризыҡ менән балаларын, күрше-күләнен, ауылдаштарын һыйлай.
Оҫта ҡуллы инәйҙе юлдыбайҙар шәл бәйләүсе тип тә белә. Өйөн үҙе эшләгән ҡорама юрғандар биҙәй. Ҡулдарының йылыһы һалынған, изге доғалар уҡый-уҡый эшләгән яҫтыҡ-юрғандарҙы бала-сағаһына бирнәлеккә бирә.
Сәкинә инәй эшләгән ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк бик уңып бешә, ти ауыл халҡы.
Фото һәм видео: Миләүшә Иҫәндәүләтова.