Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
25 Ғинуар 2023, 21:00

“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары

Конкурста быйыл ниндәй номинациялар булдырылған, ниндәй ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтөнлөк биреләсәк?

“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары

Мәғлүм булыуынса, республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсын иғлан итте. Әле ғаризалар ҡабул ителә. Конкурс өс этапта үтә – муниципаль, төбәк һәм Бөтә Рәсәй.

Башҡортостандың муниципаль берәмектәрендәге беренсе һайлап алыу этабы 2023 йылдың 22 ғинуарына тиклем барҙы. Ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә. Бөтә Рәсәй конкурсы финалистарын билдәләү февралдә үтәсәк. Финал 2 мартҡа билдәләнгән.

Конкурс граждандар йәмғиәте институттарының эшен әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен баһалау, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының этномәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә.

Конкурс номинациялары:

“Милләт әсәһе” – уңышлы һәм өлгөлө балалар тәрбиәләгән, балалары күп булған әсәләр араһында – билдәле ғалимдар, етәкселәр, спортсылар, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр; Ватандың ысын илһөйәрҙәрен тәрбиәләгән әсәләр араһында – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм Рәсәй Геройҙарының; 

“Лидер” – ҡатын-ҡыҙҙар араһында Донбасс халҡына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙемселәре, үҙҙәрен һәләтле ойоштороусы, маҡсатлы етәксе булараҡ партия һәм йәмәғәт эшендә күрһәткән гүзәл заттарыбыҙ араһында;

“Мәҙәниәт” – мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының милли ҡиммәттәрен, традицияларын пропагандаланған ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

“Медицина хеҙмәткәре” – ҡатын-ҡыҙ табиптар араһында, коронавирус пандемияһы ваҡытында һәм Донбасста фиҙакәр эшләгәндәр; 

“Ғалимә” – Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен, мәҙәниәтен, фольклорын, әҙәбиәтен өйрәнгән ғалим ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

“Педагог” – белем биреү өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте уҡытыусылары араһында;

“Эшлекле ҡатындар” – хәйриә һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнгән эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

“Оҫтабикә” – халыҡ кәсебен һәм һөнәрен таратыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

“Көмөш ирекмән” – 60 йәштән өлкән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеген дауам иткән һәм халыҡ араһында абруй яулаған ҡатын-ҡыҙҙар араһында;

“Йәштәр лидеры” – ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәтендә һәм ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙҙар араһында (35 йәшкә тиклем).

Конкурс положениеһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең Телеграмм каналындағы сәхифәһенә лә һалынған.

Фото: vk.com/gulnurkulsarina 

“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
“Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе”: ваҡыты, маҡсаттары
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: