Асҡын районында “Серҙәреңде ас, һандыҡ!” тип аталған мауыҡтырғыс сара үтте.
Ҡарткиҫәктә йәшәгән Фәйхүнә Ҡыямова һандығында һаҡланған килен күлдәгенә 106 йыл, тип һөйләй Фәнирә Нәбиуллина.
-Кейәүгә сығаһы ҡыҙҙың һандығында мотлаҡ бирнә булырға тейеш булған. Тәҙрә пәрҙәһе, шаршау, бер оҙон, дүрт ҡыҫҡа таҫтамал, туҡылған йәки һабантуй өсөн ҡайып эшләнгән таҫтамал, – ти ул. – Шулай уҡ мендәр-юрғандар, өҫтәл япмалары, самауыр, шәшке, тәрилкә ( буш булырға тейеш түгел), ҡалаҡ килтерә килен кеше. Көйәнтәле биҙрәләр ярма йәиһә иген менән тулы булырға, ҡәйнә-ҡайныһына, туғандарына бүләк әҙерләнергә тейеш. Туй, килен төшөрөү йолаһы ныҡлы үтәлгән. Бөгөн серле һандыҡта 106 йыллыҡ күлдәк һаҡланыуы үҙе мөғжизә.
Байрамды ойошторған Ҡашҡа ауылы ҡатын-ҡыҙҙарында ла серле һандыҡтар бар, тип яҙа "Аскинская новь" гәзите. Әсәле-ҡыҙлы Ләлә Әфризонова һәм Ләйсән Ғәлимова ғаиләһендә һандыҡ ҡомартҡы рәүешендә ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөй. Ҡулдан эшләнгән һандыҡҡа 36 йыл, уны бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар.
Шундай серле һандыҡтарҙың береһе әсәй һәм өләсәй Мәүзә Латиповала ла бар икән. Ул бөгөн һигеҙ ейәнсәре өсөн бирнә әҙерләй, үҙ ҡулдары менән мендәр тыштары, таҫтамалдар сигә. ”Башҡорт килендәре бындай бирнәнән башҡа ҡәйнә йортона аяҡ баҫа алмаған”, ти ул.
Зөлфиә Шәймәрҙәнова бирнәле һандығынан тыш, килен һыуға барғанда иңенә һаласаҡ көйәнтә һәм биҙрәләр ҙә алып килгән. Зөлфиә Әбүбәкер ҡыҙының һандығында француз яулыҡтары ла һаҡланған.
"Был яулыҡтар сифатлы мамыҡ туҡыманан етештерелгән, 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда беҙҙең илгә күпләп индерелгән”, – тип һөйләй ул.
Ҡыҙы Алина ла ғаилә ҡомартҡыларын һәм халыҡ традицияларын һаҡлау менән мауыға. ”Ғаиләбеҙҙәге 100 йыллыҡ һандыҡты ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ”, – ти Зөлфиә Әбүбәкер ҡыҙы.
Зинира Батырова фотолары.