Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
26 Ғинуар 2023, 22:30

Рухи ҡиммәттәребеҙ һәр саҡ һаҡлауға, яҡлауға мохтаж

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров - башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү хаҡында.

Рухи ҡиммәттәребеҙ һәр саҡ һаҡлауға, яҡлауға мохтаж
Рухи ҡиммәттәребеҙ һәр саҡ һаҡлауға, яҡлауға мохтаж

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Унда һүҙ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү тураһында бара.

“Хөкүмәттең бер ултырышында мин Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондына Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 1,2 миллион һум өҫтәмә финанслау бүлеүҙе хупланым. Артабанғы йылдар дауамында финанслау йыл һайын арттырылып, 6,3 миллион һумға етәсәк. Беҙҙең пландар тураһында һөйләргә теләйем.

2019 йылдан республикала ла, унан ситтә лә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының традицияларын һаҡлауға, үҫтереүгә айырым иғтибар бирәбеҙ.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, шулай уҡ төбәк-ара форумы үткәрелде.

Башҡорт телен тәрәндән өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә.

Дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтарының туған телдәрен һаҡлауға йүнәлтелгән дәүләт программаһы, тағы ла Башҡортостан Башлығы гранттары тормошҡа ашырыла.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә балалар, өлкәндәр өсөн тиҫтәләрсә мобиль ҡушымта, интерактив видеодәрестәр, заманса технологиялар өсөн программалар эшләнде.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте, урындағы үҙидара органдары ултырыштарында ла башҡортса телмәрҙәр яңғырай. 2019 йылдан Башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ. Был уны яҡлауҙа һәм үҫтереүҙә мөһим аҙым булды.

Әммә донъя бер урында тормай, беҙ бөгөн туған телдәрҙе һанлаштырыу, башҡорт теленән башҡа донъя телдәренә автоматлаштырылған синхрон тәржемәсе булдырыу тураһында һүҙ алып барабыҙ. Интернет селтәрендәге һәр кем туған телендә теләгән бер мәғлүмәтте алыу мөмкинлегенә эйә булһын өсөн ошо йүнәлештәге эштәрҙе көсәйтеү бурысы тора. Илдә, донъяла барған хәл-ваҡиғаларға ҡарамай, мәҙәниәтебеҙҙе, традицияларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы, туған телебеҙҙе әүҙем яҡлауҙы дауам итергә тейешбеҙ”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.  

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: