Ғәйнә ырыуы башҡорттары иң боронғо һәм күп һанлы ҡәбилә булған тип иҫәпләнә. Улар Башҡортостандың Асҡын, Әлшәй һәм Тәтешле, Пермь крайының Барҙы, Көйәҙе һәм Пермь райондарында йәшәй. Үҙ ырыуының тарихын өйрәнеп, бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртып, интернет селтәрендә үткер фекерҙәре менән сығыш яһаған Альберт Мәхмүдов менән әңгәмә ойошторҙоҡ.
– Һеҙҙе тарихсы булараҡ беләбеҙ. Мәҡәләләрегеҙ ҙә шуға бәйле. Ни өсөн тарих?
– Тарих менән ҡыҙыҡһыныу мәктәп йылдарынан башланып китте. V-VI кластарҙа беҙҙең тарих уҡытыусыһы ныҡ һәйбәт булды. Ул тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе, түңәрәк алып бара ине. Мәктәптә бәләкәй генә музей эшләп килде. Шунда йөрөй инек. Ауылда колхоз музейы булды. Экскурсияларға йөрөттөләр. География уҡытыусылары менән йәйәү сығып китә инек. Тыуған яҡты өйрәнеүгә этәргес, туған милләткә, тарихҡа һөйөү уяныуы ошонан киләлер.
Һуңыраҡ, үҫә төшкәс, IX-XI кластарҙа олимпиадаларҙа ҡатнаша башланым. Район кимәлендә үткән ярыштарҙа беренсе, икенсе урындар алып йөрөнөм. Өлкә олимпиадаларында ла ҡатнашҡаным булды. Бәләкәйҙән тарихҡа, ауыл тарихына, кеше яҙмыштарына уянған ҡыҙыҡһыныу хәҙер ҙә һүнмәй.
– Эшмәкәрлегегеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ әле?
– Мәктәпте тамамлағас, Пермь педагогия колледжына тарих бүлегенә уҡырға индем. Ситтән тороп уҡыуҙы тамамлағас, Пермь политехник университетының дин белгесе бүлеген тамамланым. Күп йылдар Шермейка урта мәктәбендә эшләнем. Һигеҙ йыллап тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булдым. Ике йыл тыуған ауылым Үдик урта мәктәбендә эшләнем. Һуңынан мине музейға саҡырып алдылар. Оҙаҡ та үтмәй музей директоры итеп ҡуйҙылар. Тиҫтә йыллап Барҙы тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарҙым.
– Яуаплы вазифала эшләүе нисек булды?
– Үҙ урынымды таптым тип уйлайым. Эш һәм хобби ҡушылды. Музей хеҙмәткәрҙәре менән төрлө ҡалаларға (Чебоксар, Екатеринбург, Ижевск, Өфө) конференцияларға йөрөй башланыҡ.
Шуныһы ҡыҙыҡлы: мин, әле йәш, асылып етмәгән егет, музейҙа ниндәйҙер үҙемдең уйҙарымды, проекттарҙы тормошҡа ашыра башланым. 2013 йылда башҡорт руда сәнәғәтселәре Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ишбулатов тормошона бағышланған проект әҙерләнек. Шул уҡ йылда мәсеттәр, мәҙрәсәләр тураһында һәйбәт кенә проектты тормошҡа ашырҙыҡ. Ошо ике эш аша музейҙың инфраструктураһын, матди-техник хәлен яҡшыртып ҡалдыҡ, витриналар, манекендар алдыҡ. Был проекттарҙа еңеү үҙемә ниндәйҙер этәргес булды.
– Һеҙҙе күп кеше “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Ғәйнә крайы” берләшмәһе аша белә. Унда бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелә. Ошо төркөм ниндәй маҡсатты күҙ уңында тотоп барлыҡҡа килде?
– Музейҙа эшләй башлағас, күп кенә материалдар, тарихи, тыуған яҡҡа әһәмиәтле мәғлүмәттәр таптым. Яйлап ҡына социаль селтәрҙәрҙә уларҙы бүлешә башланым. Ул иң беренсе Барҙы социаль селтәрҙәрендә, унан һуң, башҡорт тарихына бәйле булғас, беҙҙең Ғәйнә яҡтары, башҡорт пабликтары ла был мәғлүмәтте уртаҡлаша башланы.
Ни өсөн Барҙы тыуған яҡты өйрәнеү музейының төркөмөн асып ебәрмәҫкә тип уйланым. Төркөм барлыҡҡа килде. Һуңынан “Ғәйнә крайы” төркөмөнә әйләнеп китте. Район тормошо ғына түгел, үҙем ниндәй тарихи мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынам, шул мәҡәләләрҙе, яҙмаларҙы ҡуям – тарих, биографиялар, милли кейемдәр, ауылдар тураһында мәғлүмәттәр. Төркөм эше ниндәйҙер хобби һымаҡ.
– Белеүемсә, һеҙ милли кейемдәрҙе лә өйрәнгән кеше. Ошо тәңгәлдә лә фекерҙәрегеҙҙе ишетергә тура килә. Был хаҡта ниҙәр әйтер инегеҙ?
– “Ғәйнә крайы” төркөмөнөң бик ҙур ғына өлөшөн милли кейемдәргә ҡағылған мәғлүмәттәр алып тора. Шул сәхифә аша күп кенә оҫтабикәләр менән аралашырға тура килде. Һәм әле лә улар мөрәжәғәт итә. Шул уҡ төньяҡ-көнбайышты алһаҡ, бәхәсле һорауҙар килеп сыға. Нисек тә уларға ярҙам итергә тырышам, сөнки ниндәйҙер һөнәри һәләт тип әйтәйемме икән, мин ул мәғлүмәтте тиҙ генә табып алам, анализлайым, кешегә шуны йылдам еткерергә тырышам.
Иң беренсе шуны әйтергә кәрәк: Рәсәй этнография күргәҙмәһендәге өҫ кейемдәрен (кәләбаш һәм таҡыя) тергеҙҙек. 2018 йылда Гөлназ Ҡурамшина менән таныштыҡ. Уның менән таҡыя эшләнек. Гөлдәр Шәбиева Кунсткамералағы башҡорт әйберҙәрен, шул уҡ хәситә, Һомай образын, унан һуң Эрмитаждағы һаҡалды эшләне. Һәм ҡулы оҫтарғас, ай ярым ваҡыт эсендә Рәсәй этнография музейында һаҡланған кәләбашты эшләп алдыҡ. 2019 йылда ул һаҡал, кәләбаш менән “Тамға” башҡорт милли кейемдәр конкурсында беренсе урынды яуланы.
Башҡорт милли өҫ кейеме бик ныҡ өйрәнелгән. Үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында экспедициялар ойошторолған. Пермгә лә килеп йөрөгәндәр. 1965, 1984 йылдарҙа Шитова беҙҙең яҡтарҙа булып ҡайтҡан. Мин ул экспедиция материалдары менән таныш. Шуныһы ҡыҙыҡлы: 2008 йылда улар беҙҙең Барҙы яғы Ғәйнә башҡорттары тураһында монография, мәҡәләләр йыйынтығы сығарған. Унда башҡорт милли кейеме тураһында Шитованың беҙгә ҡағылышлы ҙур ғына мәҡәләһе сығарылған. Этнограф С.И. Руденко 1906-1907 йылдарҙа беҙҙең яҡтарҙа булып, күп кенә экспонаттар йыйып, хәҙер улар Рәсәй этнография музейында һаҡлана. Башҡортлоҡто белдереү Руденконан башлана.
– Беҙ XX быуат башындағы фотоһүрәттәрҙән өҫ кейемдәрен күрәбеҙ. Шунан ҡарап, Ғәйнә башҡорттары кейеменә реконструкция яһаныҡ. Әлбиттә, эш ваҡытында ҡатмарлыҡтар килеп сыға. Был башҡорттоҡомо, йә татарҙыҡымы? Беҙҙең яҡта билдәләүе ауыр, сөнки айырмалары күҙгә сағылмай.
– Руденко үҙ монографияларында, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары үҙенә фин-уғыр, төрки йоғонтоһон һеңдергән, үҙенә, башҡорттарға хас булған үҙенсәлектәрен дә һаҡлап алып ҡалған, ти. Беҙ тап Руденконың материалдарына һәм Рәсәй этнография музейындағы әйберҙәргә таянып реконструкция эшләнек. Гөлдәр Шәбиева аҡ ҡалпаҡ тигән ҡатын-ҡыҙҙар баш кейеме яһаны.
– Ни өсөн милли кейемдәребеҙҙе өйрәнергә тейешбеҙ?
– Беҙ сәхнә образына башҡорт милли өҫ кейеме тип күнеккәнбеҙ. Шул уҡ мәҙәниәт йорттарындағы кейемдәрҙе милли кейем тип һанаған хата фекер йәшәп килә. Ул кейем тормоштағы ысын башҡорттоҡомо? Беҙ белеүебеҙсә, шул уҡ сәхнә кейеме совет ваҡытында 40 – 50-се йылдарҙа формалашҡан һәм тарихҡа таяна алмай. Беҙ тарихҡа, архив материалдарына, музей коллекцияларына таянған реконструкция менән шөғөлләнәбеҙ. Һәр төбәктең, һәр райондың, һәр ауылдың, әлбиттә, үҙҙәренә генә хас булған әйберҙәре бар. Хәҙерге ваҡытта ундай төплө белгестәр күп түгел. Һәр төбәктә, һәр районда ҡыҙыҡһыныусылар килеп сыға, һәм бында социаль селтәрҙәр ҙур булышлыҡ күрһәтә, сөнки интернет аша ул яҡтағы башҡорттар нисек кейенгән, Урал аръяғы башҡорттарының кейемдәре икенсерәк икәнен, йәғни айырмалыҡтарҙы күрәбеҙ. Беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, таныйбыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә алып барылған берләшмәләрҙең дөйөм эштә өлөшө ҙур. “Селтәр” студияһы, “Өләсәй”, “Ҡашмау” тигән төркөмдәр эштәре менән уртаҡлаша. Социаль селтәрҙәр аша төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Оҫталыҡ дәрестәренә килгәндә, миңә иң ҡыҙыҡлыһы ҡалпаҡ тегеү булды. Ҡыҫҡа ғына мәғлүмәттәр йыйып, ҡалпаҡ менән булдырылған образдарҙы йыйып, социаль селтәрҙәргә һалдым. Улар кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Беҙҙең оҫтабикәләребеҙ бер ай эсендә тегеп, сигеп, яңы башҡорт милли образын тыуҙырҙы.
Башҡорт милли образы ҡашмау менән һаҡалда ғына түгел, уның төрлөлөгөн һәм байлығын күрһәткән ниндәйҙер йүнәлештә яңы һулышын алыр тип ышанғы килә. Дим буйы башҡорттары көньяҡ башҡорттарын күрһә, былар бит башҡорт түгел, ә сыуаштар, тип әйтә ине. Йә булмаһа, беҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттары шул уҡ көньяҡ-көнсығыш башҡорттарын, былар бит ҡаҙаҡ, ти. Шул уҡ көньяҡ-көнсығыш башҡорттары беҙҙең төньяҡ-көнбайыш райондарҙың кейемдәрен күрһә, былар башҡорттоҡо түгел, ә татарҙыҡы, тип әйтә ине.
Шундай буталсыҡ, сикләүҙәр булмаһын өсөн, бер-беребеҙҙе танырға тейешбеҙ. Бер-беребеҙҙең костюмдарының айырылып торған яҡтарын күрһәтеп, халыҡҡа танытырға тейешбеҙ. Беҙ – ысын башҡорттар. Дим буйы башҡорто булһынмы, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәһе башҡорто булһынмы, үҙҙәрен башҡорт итеп таный икән, һәр береһенең быға тулы хоҡуғы бар.
– Ғәйнә башҡорттары тураһында һөйләгеҙ әле. Үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында нимәләр әйтерһегеҙ?
– Ғәйнә башҡорттары бында күптән йәшәй. Китаптарҙа, архив материалдарындағы мәғлүмәттәр быға дәлил булып тора. Шуларға таянып, беҙ үҙебеҙҙе ысын башҡорт тип һанайбыҙ. XVIII–XIX быуаттарҙа көслө шәхестәребеҙ йәшәгән. Туҡтамыш Ишбулатов, Исмәғил Тасимов, кантон башлыҡтары Әдүтовтар, Ғата хәҙрәт Мансуров һәм башҡа шәхестәребеҙ, тарихыбыҙ Башҡортостан менән бәйләнеш булдыра. Ниндәй генә халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен алып ҡарама, унда Барҙы районында йәшәгән кешеләр барыбыҙ ҙа башҡорттар тип яҙылғанбыҙ. Барҙы районының элек-электән Татарстан менән бәйләнеше ныҡ булған. Шуға күрә, 2002 – 2010 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән күренеүенсә, кешеләрҙең 35 проценты милләтен татар тип яҙҙырған. Өфө ғалимдарын Ғәйнә ырыуының бай тарихы ҡыҙыҡһындыра, сөнки беҙҙең тарихыбыҙ ныҡлы бәйләнгән.
– Интернет селтәрендә диалект үҙенсәлектәре буйынса яҙаһығыҙ, халыҡҡа мәғлүмәт еткереү буйынса күп эшләйһегеҙ. Шуның турала ла һөйләп үтегеҙ әле.
– Диалектҡа килгәндә, күп кенә ғалимдар үҙ ваҡытында уның үҙенсәлектәрен өйрәнгән. Беҙҙең яҡтан Сарманаева тигән ғалимә уҙған быуаттың 50-се йылдарында диссертацияға экспедиция материалдары туплаған. 1973-1975 йылдарҙа Миржанова мәғлүмәт йыйып алып киткән. Һәм төньяҡ-көнбайыш диалект тигән төшөнсә нығынып ҡалған. Был беҙҙең башҡорттарҙы берләштереү шарты булып тора. Ваҡытында башҡорт әҙәби телен булдырған ваҡытта төньяҡ-көнбайыш диалектҡа иғтибар етешмәгән, уны ситләтеп ҡуйғандар. Ҡыуаҡан-юрматы һөйләшенә таянып, 1924 йылда башҡорт әҙәби теле булдырғандар. Һәм өс йылдан 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорттарыбыҙҙың яртыһы туған теле тип – татар телен, яртыһы башҡорт телен атаған. Шунан ике теллелек башланып киткән. Татар телле башҡорттарҙы әҙәби татар телендә һөйләшә тип әйтә алмайбыҙ. Шул телдә уҡыған булһа ла, үҙҙәренең диалектын, һөйләштәрен һаҡлап киләләр. Ул һөйләш бай тарихҡа таяна, әбей-бабайҙарҙан, атай-әсәйҙәрҙән ҡалған. Беҙҙән һуң да ейәндәргә ҡала торған тел.
Таһир Ғәлләм улы Байышев һөйләшебеҙҙе танытыуға күп көс һалған. Уның биографияһын, хаттарын өйрәнергә тура килде. Улар Мәскәү, Өфө архивтарында һаҡланған. Шул хаттарҙа, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына хас әҙәби тел сығарырға кәрәк, тип яҙа. Әммә был мөрәжәғәткә ҡолаҡ һалыусы булмай, уны оҙаҡ та үтмәй эшенән сығаралар. Эштән сыҡҡас та үҙ идеяларынан тайпылмай, барыбер төрлө урынға мөрәжәғәт итә, ил етәксеһе Хрущевҡа яҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай ҙур проблема барлыҡҡа килде. Үҙҙәрен башҡорт итеп тойған бик күп кешеләр 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ҡәрҙәш милләт вәкиле булып яҙыла. Киләсәккә килгәндә, беҙ яңы ғына Башҡортостан энциклопедияһы менән башҡорт ауылдары тарихы буйынса энциклопедия әҙерләнек. Был китап Башҡортостанда йәшәгән башҡорт ауылдары тураһында ғына булып сыҡты. Һәм интернетта сит өлкәләрҙә ҡалған башҡорт ауылдары тураһында портал астыҡ. Мин Пермь крайы Барҙы башҡорттарының Ҡуян ауылы тарихын яҙҙым. Шул тарихты тағы тәрәнерәк өйрәнеп, ҙур хеҙмәт әҙерләгем килә. Башҡорт халҡы үҫһен, бер-береһен ситләтмәһен. Үҙ ваҡытында бындай хаталар күп булған. Был һәйбәткә алып бармай.
– Һеҙгә ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар теләйбеҙ!
Рүзилә ИҪӘНБАЕВА