-17 °С
Болотло
Силәбе рәссамы Михаил Вороновтың оҫтаханаһында булған һәр кем уның башҡорт мәҙәниәтенә, Урал тарихына ғашиҡ икәнен әйтер.
Яңыраҡ урындағы кондитер фирмаһы менән берлектә тышлығында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт ғәскәрҙәре һүрәтләнгән кәнфит сығарғандар.
"Әлегә ул бер ҡайҙа ла һатылмай. Был бәләкәй генә һынау тиражы булды. Биҙәлеше - минең эшем. Киләсәктә һатыуға сығасаҡ", – ти Михаил Воронов.