Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
2 Февраль 2023, 06:00

Сыбыртҡы, септә үрҙеләр, арҡан иштеләр...

Малсылыҡ менән көн күргән халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен йәш быуынға өйрәтеп ҡалдырыу бурысын үтәне юлдыбайҙар.

Берәй әйбер кәрәк тиһәң, барыһы ла һатыла хәҙер. Шул сәбәпле халыҡ кәсептәре онотола бара.

Йылайыр районының Юлдыбай ауылы - бик боронғо ауылдарҙың береһе. Бында күптән инде “Ҡанифа юлы” тип исемләнгән ағинәйҙәр ҡоро уңышлы эшләп килә. Күптән түгел аҡһаҡалдар ҡоро ойошторғандар.

Ауылдың ир-егеттәре халыҡ кәсептәрен һаҡлаусыларҙан оҫталыҡ дәресе алды. Мәҡсүт ауылынан килгән оҫтанан сыбыртҡы үрергә өйрәнделәр.

Септә үреү буйынса Юлдыбай ағинәйе Мәүәзиә Моталлапова, Рәшиҙә Вәлиева, Гөлнур Нәҙерғолова, Рәшит Иҫәндәүләтов үҙ оҫталыҡтары менән бүлеште.

Айҙар Алсынов иһә селтәр эшләргә өйрәтте. Булат Әбсәләмовтән ир-егеттәр арҡан ишеү һөнәрен ихлас өйрәнде.

Малсылыҡ менән көн күргән халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен йәш быуынға өйрәтеп ҡалдырыу бурысын үтәне юлдыбайҙар.

Фото: vk.com/public218062394

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: