Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
2 Февраль 2023, 23:00

"Йырлы табын" акцияһына ҡушылырға саҡыра

"Башҡалар ҙа туғандары менән йырлап ултырған видеоларын һалһын тип, #йырлытабын тигән хэштег ҡуям. Бер генә шарт бар: видеола иҫерткес эсемлектәр, иҫерек кешеләр булмаһын", - ти Нурзиә Хәсәнова.

"Йырлы табын" акцияһына ҡушылырға саҡыра
"Йырлы табын" акцияһына ҡушылырға саҡыра

“Үҙәк каналдағы "Поем на кухне всей страной" тигән проектҡа туғандарымды алып барғым килә, тик улар мал-тыуарын ташлап йөрөмәҫ шул. Шуға ошонда ғына һалайым әле видеоларын.

Башҡалар ҙа туғандары менән йырлап ултырған видеоларын һалһын тип, #йырлытабын тигән хэштег ҡуям. Бер генә шарт бар: видеола иҫерткес эсемлектәр, иҫерек кешеләр булмаһын.

Һәр кемебеҙ күңел тыныслығы эҙләгән осорҙа бер-беребеҙгә ҡушылып йырлайыҡ, йыуаныс табайыҡ.

Видеола атайымдың бер туғандары уның юбилейына йыйылған мәл. Солист - апайым Рәзилә Йылҡыбаева (Баймаҡ районы, Икенсе Этҡол ауылынан)”, – тип яҙҙы үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә журналист Нурзиә Хәсәнова.

Ул был акцияның киләсәктә башҡортса тапшырыуға әйләнеп китеүен теләй.

Сығанаҡ: vk.com/nurziyakhasanova

Фото: видеонан скриншот.

"Йырлы табын" акцияһына ҡушылырға саҡыра
"Йырлы табын" акцияһына ҡушылырға саҡыра
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: