Ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһының "Родина" мәҙәниәт һарайында башкорт халыҡ бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткән.
Уны урындағы "Сәфәр" өлгөлө балалар бейеү ансамбле һәм "Тархан" балалар бейеү ансамбле етәкселәре Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтар, репетитор Рушания Ибраһимова үткәргән.
Сарала өс тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашҡан. Өс сәғәт эсендә ҡатнашыусылар халыҡ бейеүҙәре мөхитенә сумған, башҡорт халыҡ бейеүҙәре хәрәкәттәре менән танышҡан, тәжрибә уртаҡлашҡан һәм күп яңылыҡтар үҙләштергән.
Туймазының «Сәфәр» өлгөлө бейеү ансамбле художество етәксеһе, хореограф-ҡуйыусы Дамир Ибраһимов урындағы халыҡтың мәҙәниәтте, сәнғәтте яратыуын юғары баһалай.
“Оҫталыҡ дәресенән һуң ҡатнашыусылар бик күп рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм артабан да башҡорт бейеүҙәре буйынса асыҡ дәрестәр үткәреүҙәрен һораны. Мине туймазыларҙың ошо сифаты айырыуса һоҡландыра. Улар ижади сараларға дәррәү йөрөй, шул иҫәптән концерттарға ла. Үҙемдең тәрбиәләнеүселәремдең ата-әсәләре ярҙам итергә әҙер тороуы ла ҡыуаныслы. «Сәфәр»ҙең һәр башланғысына булышлыҡ итә улар. Коллективтың ижади планкаһын төшөрмәйсә һаҡларға тырышабыҙ. Халыҡ-ара һәм Рәсәй конкурстарында даими ҡатнашып, призлы урындар алабыҙ”, - ти Дамир Хәлит улы.
Дамир Ибраһимов Стәрлетамаҡта тыуған, балалыҡ һәм үҫмер йылдары Сибайҙа үткән. Урындағы Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеген тамамлаған, 11-се класта уҡ Сибай филармонияһында ла эшләп йөрөгән. Артабан Өфөгә килеп, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленә урынлашҡан, шунда буласаҡ ҡатыны Әлфиә менән танышҡан. 2017 йылда иһә йәш ғаилә Туймазылағы «Сәфәр» коллективына саҡырыу алған: Дамир Хәлит улы - художество етәксеһе, ә ҡатыны – балетмейстер.
Хореограф-ҡуйыусы булараҡ, Дамир Ибраһимов Башҡортостанда бихисап эш башҡара, еңеүҙәр яулай. Ул республика, район кимәлендәге ҙур сараларҙың режиссеры ла. Талантлы милләттәшебеҙгә уңыштар юлдаш булһын!
Фото һәм видео: Дамир Ибраһимов.