Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
6 Февраль 2023, 23:20

Оҫта ҡуллы еңгәм бар!

Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә, тиҙәр ундайҙар тураһында. 

Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Оҫта ҡуллы еңгәм бар!

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәгән Зөлфирә Һағынбаеваны ауылдаштары оҫта ҡуллы хужабикә булараҡ белә. Ҡулынан килмәгән эше юҡ уның: элек-электән бәйләмгә, тегеүгә оҫта булды. Бешеренеүгә лә маһир ул, ауылдаштарына ҡунаҡ-туйҙарға заказға ҡамыр ризыҡтары әҙерләй. 

Һуңғы бер нисә йылда Зөлфирә еңгәй милли биҙәүестәр эшләү менән мауыға. Селтәр, ҡашмау кеүек биҙәүестәре күҙҙең яуын алырлыҡ килеп сыға. Был эшкә ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла теләп өйрәтә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Үҙе ауылдың ағинәйҙәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Матур йырлаған еңгәбеҙ ауылда үткән концерттарҙа даими сығыш яһай. Былтырғы йылдың аҙағында Ғабдулла Сәиди призына үткәрелгән район мөнәжәтселәр бәйгеһендә 2-се урынды яуланы, ә ауылдың ағинәйҙәр ансамбле Гран-приға лайыҡ булды. 

Зөлфирә еңгәмдең ғаиләһе лә бына тигән, тормош иптәше - ағайыбыҙ Ғәйзулла менән биш балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә бирҙеләр. Бөгөн улар ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысы кисереп, татыулыҡта ғүмер итә. 

Зөлфирә Һағынбаеваның тағы бер матур шөғөлө - гөл-сәскәләр үҫтереү. Өйөндә гөлдәрҙең ниндәй генә төрө үҫмәй, ә йәйгеһен баҡсаһы шау сәскәгә күмелә. Бына шундай оҫтабикә йәшәй Таулыҡай ауылында! 

Фотолар: З.Һағынбаеваның шәхси архивынан. 

Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Оҫта ҡуллы еңгәм бар!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: