Һәр райондың ауылдары, уларҙың тарихы, тыуған ерен үҫтереүгә өлөш индергән шәхестәре бар. Улар хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү, йәш быуынға еткереү – беҙҙең төп маҡсат. Уҙған йылда “Бөрйән энциклопедияһы” китабы нәшер ителеүе район өсөн ҙур ваҡиға булған.
Был китапты сығарыу өсөн атайсалы өсөн янып-көйгән яҡташтар дәррәү ҡушыла. Бөрйәнгә эш сәфәребеҙ мәлендә ошо энциклопедияны әҙерләү буйынса эшсе төркөмө етәксеһе Роза Ғүмәрова менән танышыу насип булды. Хаҡлы ялда булһа ла, район тормошонда ҡайнап йәшәгән Роза Шәриф ҡыҙы менән һөйләшеүебеҙ энциклопедия булдырыу тарихынан башланды.
– Күңелдә һәр ваҡыт районыма ҡарата файҙалы ғәмәл башҡарыу маҡсаты йәшәне. Энциклопедия сығарырға тигән уй тәүҙә булманы ла. Райондың 90 йыллығына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына район йылъяҙмаһын эшләргә тигән ниәт менән ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповҡа ингәс, ул энциклопедия булдырыу теләген белдерҙе. Кәңәшләшкәндән һуң эшсе төркөм төҙөп, ошо бурысҡа тотондоҡ. Ауылдар буйлап йөрөп, халыҡ араһында аңлатыу алып барҙыҡ. Районыбыҙҙың билдәле шәхестәре, ер-һыу атамалары, ауылдары, ойошмалары, тарихи дәүерҙәр буйынса күп мәғлүмәт тупланыҡ. Шулай ҙа төп иғтибарҙы райондың арҙаҡлы шәхестәренә йүнәлттек. Бөрйән районының энциклопедияһына 1020 кеше тураһында мәғлүмәт индерелде. Район халҡы бер-береһен белһен, бер-береһенә таянһын, тигән маҡсат менән мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт тупларға тырыштым. Энциклопедияны төҙөгәндә башлыса мәғариф хеҙмәткәрҙәренә таяндым, ауылдарҙағы уҡытыусылар ныҡ ярҙам итте.
Арҙаҡлы шәхестәрҙән тыш, китапта ауыл тарихтары, ер-һыу атамалары ҙур өлөштө алып тора. Ғөмүмән, дөйөм эштән тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә, уҡытыусылар ҙа, ойошма етәкселәре лә ситтә ҡалманы. Кемгә генә мөрәжәғәт итһәм дә, береһе лә “ҡуй” тип баш тартманы. Мәғлүмәттәр йыйыу барышында ауылдарҙың шундай үҙенсәлегенә иғтибар иттек. Мәҫәлән, Ғәлиәкбәрҙән күп нефтсе сыҡҡан. Байназар, Ҡурғашлы ауылдарында – хәрбиҙәр, шағирҙар, артистар, Исламбайҙа – ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, Иҫке Собханғолда инженерҙар, фән докторҙары күп. Энциклопедияға йәштәрҙе лә индерергә тырыштыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында байтаҡ мәғлүмәт тупланды. Ошолай күмәк көс менән китап сығарыуға өлгәштек, – тип һөйләне эш барышы хаҡында Роза Шәриф ҡыҙы.
Әлбиттә, барыһын да энциклопедияға индереп бөтөү мөмкин түгел. Шуның өсөн дә ҡулъяҙма рәүешендә “Кесе Ватанымдың энциклопедияһы” ла булдырылған. Унда иһә һәр ауыл буйынса төп энциклопедияға инмәй ҡалған мәғлүмәттәр тупланған. Ул йылдан-йыл яңылары менән тулылана бара. Барыһының да электрон варианттары булыуы ла ҡулайлы.
Роза Шәриф ҡыҙы башланғысы менән ойошторолған эш бының менән генә туҡталып ҡалмай. Йәш быуынды йәлеп итеү маҡсатында “Минең ғаиләмдең энциклопедияһы” булдырыу уйы ла барлыҡҡа килә. Бөгөн, был да уңышлы тормошҡа ашырыла.
– Тыуған ауылы, йорто, ата-әсәһе, туғандары, уларҙың, үҙенең ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт йыйып, шәжәрәһен эшләп “Минең ғаиләмдең энциклопедияһы”н әҙерләүҙе тәҡдим иттем. Бының тағы ла бер мөһим яғы бар – ул балалар күңелендә илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә булышлыҡ итә. Әле атап үтелгән энциклопедияларҙың барыһы ла ҡулланылышта булырға, улар студенттарға, йәш быуынға хеҙмәт итергә тейеш. Район энциклопедияһы был осраҡта йүнәлеш бирә торған мөһим документ, төп мәғлүмәт сығанағы булып торасаҡ, – тине Роза Ғүмәрова.
Күләмле был китаптарҙағы мәғлүмәтте бөртөкләп йыйыу ҙур көс тә, түҙемлек тә талап итә. Роза Шәриф ҡыҙының оҙаҡ йылдар тыуған районына хеҙмәт итеүе, етәкселек вазифаларын биләүе, ошо йылдар эсендә яҡташтары тарафынан яуланған ихтирамы ла эште уңышлы башҡарып сығырға ярҙам итә.
10 йыллап самаһы ойошторолоп килгән “Йыл уҡыусыһы” конкурсы ла – Роза Шәриф ҡыҙының авторлыҡ проекты. Ул һәләтле йәштәрҙе үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
– Унда ҡатнашыусы уҡыусыларҙың таныштырыу өлөшөндә “Минең ғаиләмдең энциклопедияһы”н әҙерләүе йәш быуында үҙ нәҫеле тарихын өйрәнергә этәргес бирә. Һуңғараҡ район кимәлендә мәктәп уҡыусылары араһында “Минең ғаиләмдең энциклопедияһы” тигән конкурс та уҙғарыу маҡсаты бар. Үҙенең шәжәрәһен өйрәнгән балалар ырыуы, нәҫелендәге үрнәкле кешеләре тураһында белеп үҫә. Ошо йәһәттән дә әлеге конкурстың әһәмиәте ҙур, – тип өҫтәне әңгәмәсем.
“Йыл уҡыусыһы” конкурсында ҡатнашыусы балалар аҙаҡ үҙҙәрен тағы ла ҙурыраҡ майҙанда көстәрен һынай. Был иһә уларға яңынан-яңы бейеклектәргә өлгәшергә булышлыҡ итә.
Бөрйәнем тип йән атып торған Роза Шәриф ҡыҙының үҙе тураһында ла ҡыҙыҡһынмай булдыра алманыҡ. Ошонда тыуып үҫкән ханым йәштән тыуған яғына ереккән. Заманында Өфөгә эшкә саҡырһалар ҙа, йәнтөйәгенән ситкә киткеһе килмәй. Яуаплы вазифаларҙы ла башҡарырға тура килә. Яңы Мөсәт ауылы мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып һигеҙ йыл эшләгәндән һуң, райондың мәғариф бүлегенә эшкә күсә. 1999 йылда район хакимиәтенә эштәр идарасыһы итеп саҡыралар, һуңғараҡ район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар мәсьәләләре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 2008 йылдан хаҡлы ялға сыҡһа ла, ял итергә форсат теймәй. Муниципаль район советы рәйесе итеп һайланғас, дүрт йыл дауамында ошо бурысты башҡара. Аҙаҡ йәнә мәғариф бүлегендә хеҙмәт итә. Бөгөн дә Роза Шәриф ҡыҙы балаларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл: мәғариф идаралығы ҡарамағындағы ресурс үҙәген етәкләй, был үҙәк балаларҙың һәләттәрен үҫтереүҙе маҡсат итә.
Һәләтле балаларҙы үҫтереүгә көсөн йәлләмәгән ветеран педагогтарҙың береһе ул Роза Шәриф ҡыҙы. Беҙҙе лә ошондай өмөтлө уҡыусыларҙың береһе – Иҫке Собханғол урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Илтимер Мырҙағолов менән таныштырҙы.
Был егет “бишле”гә генә уҡып ҡалмай, ғилми-эҙләнеү эштәрендә, конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк олимпиадаһында өсөнсө урын яулауға өлгәшкән. Уҡыуҙа ғына алдырмай, оҫта бейеүсе лә булып сыҡты Илтимер. Туғыҙ йыл дауамында бейеү менән шөғөлләнгән, ошо йүнәлеш буйынса сәнғәт мәктәбен тамамлаған. Ансамбль менән “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, Гран-при яулауға өлгәшкәндәр.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, Илтимер спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Баскетбол, футбол, еңел атлетика буйынса республика кимәлендә уңыштары бар.
“Минең ғаиләмдең энциклопедияһы”н төҙөү Илтимер Мырҙағоловҡа үҙенең нәҫел тарихы буйынса әллә күпме тарихи мәғлүмәттәр асырға ярҙам иткән.
– Был эште башҡарыу миңә ҡыҙыҡлы булды, сөнки үҙемдең ғаиләмдең, нәҫелемдең тарихын белдем. Туғандарым араһында республика ғына түгел, ил кимәлендә билдәле шәхестәр барлығы миндә ғорурлыҡ тойғоһон уятты. Мин уларҙан өлгө алып, улар һымаҡ булырға ынтыласаҡмын. Киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайлаһам да, үҙемдең тыуған ерем, туған телем өсөн янып йәшәйәсәкмен. Районыбыҙҙы ғына түгел, республикабыҙҙы ла күтәреү өсөн тырышып эшләргә ниәтем ҙур, – тигән теләктәрен дә әйтте һәләтле егет.
Илтимерҙең әсәһе Флүрә Мырҙағолова менән дә һөйләшеү форсаты тейҙе. Ғаиләлә балаларҙа иң элек илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү маҡсаты булыуын белдерҙе ул.
– Илтимерҙең бәләкәйҙән телдәргә ҡыҙыҡһыныуы тойолдо. Дүрт йәшендә хәреф таныны, биш йәшендә китап уҡый башланы. Ҡәйнәм сит телдәр уҡытыусыһы булғас, инглизсә йәнһүрәттәр ҡарай торғайнылар. Үҫә килә Илтимерҙә физика, химияға ла ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Ижади яҡтан да үҫтерергә тырыштыҡ. Киләсәктә улыбыҙҙың тыуған илен яратҡан, уға файҙа килтергән шәхес булырына ышанабыҙ, – тине әсә ҙур өмөттәр бағлап.
Был тарафтарҙа тыуған еренең тарихын белгән, илһөйәр йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелеүенә инанып ҡайттыҡ Бөрйәндән. Бөгөн район ошо йәш һәләттәрҙе күтәрһә, киләсәктә уларҙың ҙур шәхестәр булып йәнтөйәктәрен данларына шигебеҙ юҡ.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА