Башҡорт донъяһы
7 Февраль 2023, 04:30

Түңгәүерҙәр был юлы Баймаҡта йыйыла

Был ырыу вәкилдәре райондың Әбделкәрим, Алғаҙы, Бөрйән-Йылға, Ҡыуат, Янғаҙы һәм Ишбирҙе ауылдарында йәшәй.

Түңгәүерҙәр был юлы Баймаҡта йыйылаТүңгәүерҙәр был юлы Баймаҡта йыйыла
Түңгәүерҙәр был юлы Баймаҡта йыйыла

Түңгәүер ырыуы элек-электән иң  боронғо һәм төп ырыуҙарҙың береһе һаналған. Бөгөн түңгәүер башҡорттары  Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла  райондарында йәшәй. 

Түңгәүерҙәр йыйыны һәр йыл һайын улар йәшәгән төбәктә була. Иң тәүгеһе Йылайыр районының боронғо ауылы Ҡашҡарҙа үтһә, былтыр ул Әбйәлил районында булды. Быйыл иһә ҡунаҡтарҙы Баймаҡ ере ҡабул итергә йыйына. 

Түңгәүер ырыуының ҡор башы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев белдеренсә, 6 февраль көнө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында Түңгәүер ырыуы вәкилдәре онлайн форматта кәңәшмә үткән.

Кәңәшмәлә 24 июндә Баймаҡ районында үтәсәк Түңгәүер ырыуы йыйынын ойоштороу буйынса һөйләшеү булған. Сарала ҡор башы Хөрмәтулла Үтәшев, ырыуҙың ҡор ағзалары Динир Әхмәтйәнов, Азат Ярмуллин, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис  Әминев, Баймаҡ районының Түңгәүер ырыуы етәксеһе Рим Йәнбирҙин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов, әүҙем ветерандар Рауил Йәнсурин, Зәйнетдин Тимербулатов һәм район Советы депутаты Шайморат Тимербулатов ҡатнашҡан.

Осрашыуҙа мөһим мәсьәләләр ҡаралған, Түңгәүер ырыуының 5-се съезын юғары кимәлдә үткәреү бурысы ҡуйылған.

Ойоштороу комитетының киләһе ултырышы март башында Баймаҡ районында үтәсәк.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас