Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Февраль 2023, 19:30

Ябай ауыл малайынан – Рәсәй тарихына ингән шәхескә тиклем

Башҡортостан Хөкүмәтенә етәкселек иткән, Татарстанда арҙаҡлы табип булған һәм башҡорт әлифбаһын төҙөгән: билдәле милләттәшебеҙ Мстислав Кулаевтың тыуыуына бөгөн 150 йыл. Асыҡланыуынса...

Ябай ауыл малайынан – Рәсәй тарихына ингән шәхескә тиклем
Ябай ауыл малайынан – Рәсәй тарихына ингән шәхескә тиклем

Бөгөн  билдәле милләттәшебеҙ, дәүләт эшмәкәре, табип, ғалим  Мстислав Александрович Кулаевтың (Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы Ҡулаев) тыуыуына – 150 йыл.

Мстислав Александрович (Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы) Кулаев 1873 йылдың 25 ғинуарында (яңы стиль буйынса 7 февралдә) Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе Ейәнсура ауылында, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында тыуған.

Уның ата-әсәһе урта хәлле крәҫтиән булған, үҫәргән башҡорттарынан. Мөхәмәтхандың бала сағы тыуған ауылында үткән. Йәштәштәре араһында ул теремеклеге, аҡыллы булыуы һәм белемгә ынтылышы менән айырылып торған. Мөхәмәтхан башта мәсет ҡарамағындағы мәҙрәсәлә уҡый, ике йылдан асылған урыҫ-башҡорт мәктәбенә күсә. 1886 йылда Ырымбур гимназияһына уҡырға инә. 1896 йылда гимназияны тамамлағас, Ҡазан медицина университетының медицина факультетына уҡырға инә. Ул ваҡытта тәртип буйынса христиан булмаған башҡа милләт кешеләре өсөн университетҡа уҡырға инеү тыйылған һәм Мөхәмәтхан христиан диненә күсергә мәжбүр була, Мстислав Александрович булып китә. Ул тап ошо исем аҫтында Рәсәй тарихына ингән.

1902 йылда Мстислав Кулаевҡа табип дипломы тапшырыла. Ҡазан госпиталенә табип итеп тәғәйенләнә. Уның Өфө йәки Ырымбур губерналарына йүнәлтмә алырға тырышыуы уңышһыҙ була. 1910 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһен ала. Табип фәненән тыш, Кулаев башҡорт теленең фонетик төҙөлөшөн һәм грамматикаһын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Мстислав Кулаев рус графикаһы нигеҙендә башҡорттар өсөн алфавит һәм әлифба авторы булараҡ та билдәле. 1912 йылда «Өн әйтелеше нигеҙҙәре һәм башҡорттар өсөн әлифба» («Основы звукопроизношения и азбука для башкир») тигән китап сығара. 1913 йылда Кулаев Варшаваға табип булып эшкә ебәрелә. Беренсе донъя һуғышы башланғас, хәрби хеҙмәттә була. Октябрь революцияһы башланыуға һәм Рәсәйҙең Германия менән һуғыштан сығыуына тиклем Көньяҡ-көнбайыш фронттың 275-се ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә.

1917 йылғы революциянан һуң Мстислав Кулаев Өфөгә ҡайта, бынан һуң Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Шәриф Манатовтың саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. Был мәлдән алып Кулаев Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Совет власы менән Башҡорт ғәскәренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуы тураһында һөйләшеүҙәр башланғас, 1919 йылдың 26 ғинуарында Темәс ауылында Башҡорт хөкүмәте үҙгәртеп ҡорола. Уның яңы рәйесе итеп Мстислав Кулаев һайлана.

Мстислав Кулаев Мәскәүгә юлланған Башҡорт автономиялы республикаһын ойоштороу тураһында һөйләшеүҙәр өсөн Башҡорт хөкүмәте делегацияһына етәкселек итә. 1919 йылдың 20 мартында ҡатмарлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Килешеүгә ҡул ҡуйыла. Мстислав Кулаев документҡа ҡул ҡуйғандарҙың береһе була.

Мәскәүҙән ҡайтҡас, милләттәшебеҙ ғаиләһе йәшәгән Ҡазанға юллана һәм унда сабыртмалы тиф йоҡтора. Дауаханала оҙайлы дауаланғандан һуң, ул Ҡазанда ҡала һәм ҙур сәйәсәттән ситләшә.

Күп йылдар дауамында Татарстандың Александровка ҡала дауаханаһында һәм Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансерында эшләй.

Мстислав Кулаев буш ваҡытын туған тел мәсьәләләрен өйрәнеүгә бирә, тел ғилеме менән шөғөлләнеүен дауам итә. Ул башҡорт теленең фонетик төҙөлөшөн һәм грамматикаһын тәрән өйрәнгән, фольклор әҫәрҙәрен яҙҙырған, рус әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән. Мстислав Кулаев «Башҡорт теленең өндәре тураһында» (1928), «Башҡорт теленең ҡаты алфавиты» (1928) һәм «Башҡорт теленең ҡылымдары тураһында» (1930) хеҙмәттәрен баҫтыра. Үкенескә күрә, «Башҡортса-русса һүҙлек», «Башҡорт теленең синтаксисы» һәм «Үҫәргән һөйләшендә синтаксис системаһы» нәшер ителмәй ҡала.
1943 йылда «СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы» тигән маҡтаулы билдә менән бүләкләнгән.

Мстислав Кулаев 1959 йылда вафат булған.

 

Фото: ru.wikipedia.org

 

Ябай ауыл малайынан – Рәсәй тарихына ингән шәхескә тиклем
Ябай ауыл малайынан – Рәсәй тарихына ингән шәхескә тиклем
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: