Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Февраль 2023, 20:00

Алда ҙур эштәр көтөлә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Фән һәм мәғрифәт йылының презентацияһын үткәрҙе. Уның бурыстары, башҡарыласаҡ эштәр хаҡында - яҙмала.

Алда ҙур эштәр көтөлә
Алда ҙур эштәр көтөлә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тематик йыл сараларына әҙерлек барышында Фән һәм мәғариф йылы эшмәкәрлегенең төп ун йүнәлешен билдәләне. Тематик йыл сараларының исем туйы республиканың алдынғы педагогик уҡыу йортонда - Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова сарала ҡатнашыусыларҙы Мәскәүҙән видеобәйләнеш аша сәләмләне.

– Ҡоролтай тарафынан ағымдағы йылды Фән һәм мәғрифәт йылы тип иғлан итеүҙең төп маҡсаты – милли мәғарифты үҫтереү һәм, әлбиттә, туған телен өйрәнергә теләгән һәр баланы хәстәрләп, ошо йыл призмаһы аша үткәреү. Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошондай тематик йылдарҙы йыл һайын иғлан итә, төрлө юҫыҡтағы саралар уҙғара һәм, һөҙөмтә булараҡ, райондарҙа, милләттәштәребеҙ йәшәгән төбәктәрҙә сағыу проекттар барлыҡҡа килә, уларға кешеләр әүҙем ҡушыла. Республикала милли мәктәптәр күп. Аныҡ маҡсаттар ҡуйып, Башҡарма комитет ағзаларын йәлеп итеп, махсус исемлек төҙөп мәктәптәргә шефлыҡ ярҙамы күрһәтергә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Тағы бер маҡсат - арҙаҡлы башҡорттарҙың исемен, милләттәштәребеҙҙең төрлө асыштарын донъя кимәлендә танытырға тейешбеҙ. Тап шуның өсөн һәләтле балаларыбыҙ – киләсәк быуын менән эшләү, уларҙы арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ, мәғрифәтселәребеҙ менән таныштырыу, аралаштырыу мөһим.

Фән һәм мәғариф өлкәһенә республика яғынан да, федераль кимәлдә лә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән беҙҙә һуңғы йылдарҙа асыла башлаған полилингваль мәктәптәр ҙә – Рәсәй кимәлендә яңы күренеш. Ошондай заманса йүнәлештәр мәғариф өлкәһенә, мәғрифәткә яңы һулыш бирә. Ғөмүмән, был тармаҡҡа ҡарата дәүләт сәйәсәте лә үҙгәрә бара, уҡытыусыларҙың да абруйы күтәрелә. Фән һәм мәғрифәт йылы ла был йүнәлеш үҫешенә үҙ өлөшөн индерер, тип уйлайым, – тип белдерҙе Эльвира Ринат ҡыҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, йыл планы менән таныштырып, республиканың алдынғы белем биреү учреждениеларының, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарының, Башҡортостан Фәндәр академияһының, урындағы башҡорт ҡоролтайҙарының ғилми һәм педагогик ресурстары күләмле эшкә йәлеп ителәсәген, ә география республика биләмәһен дә, башҡорттар тығыҙ йәшәгән Рәсәй төбәктәрен дә үҙ эсенә аласағын билдәләне.

"Ижади майҙан" майҙансыҡтарының былтырғы уңышлы тәжрибәһен иҫәпкә алып, "Мәғрифәтселәр иле"/"Мәғрифәтселәр ере" күсмә комплекслы саралары йыл ваҡиғалары теҙмәһендә төп урынды аласаҡ. Саралар бер нисә майҙансыҡта әүҙем йәмәғәтселек иғтибарына төп мәғлүмәтте тәҡдим итеү, фән һәм мәғариф өлкәләре вәкилдәренә ҡыҙыҡһындырған темалар буйынса аралашыу мөмкинлеген бирәсәк.

Тематик йылдың саралар комплексы араһында бер нисә маҡсатлы аудиторияға — балаларға, йәштәргә һәм уҡытыусыларға йүнәлтелгән. Йәштәр аудиторияһы менән эштә "Кесе ҡоролтай" балалар ҡоролтайын булдырыу һәм уның эшмәкәрлеген ойоштороу, башҡорт гимназияларының үҙидара органдары менән "Кесе ҡоролтай" район/ҡала йәмәғәт балалар ойошмалары араһында диалог булдырыу ҡаралған. Был махсус конкурстар, викториналар, дебаттар, конкурстар ойоштороуҙа ла, шулай уҡ башҡорт йәштәренең рәсми булмаған аралашыу мөхитен булдырыуҙа ла сағыласаҡ. Балалар араһында видеоблогерҙарҙың тематик конкурсы ла уларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасаҡ.

Мәрйәм Бураҡаеваның "Йәйләү" этнографик лагеры программаһы буйынса профилле һәм көндөҙгө лагерҙар кеүек проекттарҙың мөмкинлектәре файҙаланыласаҡ.

Мәктәптәрҙә билдәле мәғрифәтселәргә, күренекле педагогтарға һәм мәғариф, фән эшмәкәрҙәренә арналған берҙәм тематик дәрестәр уҙғарыласаҡ, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре уҡыусылары өсөн республикабыҙҙың белем биреү учреждениеларына экскурсиялар ойоштороласаҡ.

Урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәрен йәлеп итеп, өлкән класс уҡыусыларына гуманитар йүнәлешле юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн һөнәри йүнәлеш биреү эше үткәреләсәк.

Майҙа Башҡортостан туған тел уҡытыусыларының Рәсәй съезын ҡабул итәсәк. Уның алдынан апрелдә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтарының республика форумы үтәсәк.

Ғилми саралар циклы ла ҡаралған: "Хәҙерге Евразияның тел һәм социомәҙәни киңлеге: саҡырыуҙар, традициялар, перспективалар" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы, "Бураҡаев уҡыуҙары" республика ғилми-ғәмәли конференцияһы, Исмәғил Тасимовтың һәм Ҡадир Тимерғазиндың тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы - ошо исемлектә. Сентябрҙә Халыҡ-ара полилингваль белем биреү форумы ошо циклдың төп сараһы буласаҡ.

Киң аудиторияға тыуған яҡты өйрәнеү, этнопедагогика, ата-әсәләр психологияһы, балаларҙың ике тел белеп үҫеүенә бәйле ғаиләләр тәжрибәһе, һөҙөмтәле остазлыҡ практикаһы кеүек темалар буйынса фекер алышыу майҙансыҡтарының эше ҡыҙыҡлы буласаҡ. Гуманитар белем биреүҙең торошон, мөмкинлектәрен, педагогтың хәҙерге замандағы ролен тикшереү был өлкәлә Рәсәйҙең алдынғы эксперттарын йәлеп итеү юлы менән үтәсәк. Тарихи мираҫты һаҡлау йүнәлешендә "Тарихи фән һәм уны Башҡортостан мәктәптәрендә уҡытыу" тигән темаға фекер алышыу майҙансығы ойоштороласаҡ, унда тарихсы-ғалимдар һәм уҡытыусылар берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашыр тип планлаштырыла.

Ырыу съездарының төп бурысы шул – тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр үҙ тикшеренеүҙәрен бәйән итеп кенә ҡалмай, ә үткәндәрҙең теге йәки был ваҡиғаларын тикшереүҙә дөйөм алымдар уйлап таба. Йыл дауамында һигеҙ башҡорт ырыуы съезы ойоштороласаҡ, улар, республика райондарынан тыш, башҡорттар тығыҙ йәшәгән өлкәләрҙе лә үҙ эсенә аласаҡ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эгидаһы аҫтында күренекле фән эшмәкәрҙәренең, билдәле мәғрифәтселәрҙең һәм мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең исемдәрен мәңгеләштереү буйынса эш дауам ителәсәк: мемориаль таҡтаташтар ҡуйыу, һәйкәлдәр асыу, иҫтәлекле кисәләр, ғилми-ғәмәли конференциялар үткәреү һәм башҡалар. Урындағы башҡорт ҡоролтайҙары быйыл милли инновацион белем биреү ойошмаларына, гимназияларға, интернаттарға, лицейҙарға күренекле фән эшмәкәрҙәренең һәм мәғрифәтселәрҙең исемдәрен биреү тәҡдимен индерә. Сентябрҙә Өфөлә беренсе уҡытыусыға һәйкәл асыу ҙа педагог хеҙмәтенә ихтирам символы буласаҡ.

Һәр төбәктең үҙенсәлеген һәм оҡшаш темалар спектрын иҫәпкә алып, муниципаль райондар һәм ҡала округтары саралар форматын үҙгәртергә, шулай уҡ йүнәлештәр, темалар йөкмәткеһен һаҡлап ҡалыу шарты менән үҙ проекттарын ойошторорға хоҡуҡлы.

Былар барыһы ла йылдың төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу һәм ҡулланыу тәжрибәһен киңәйтеү, йәштәрҙең фәнгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, башҡорт халҡының бөйөк мәғрифәтселәренең исемдәрен мәңгеләштереү өсөн эшләнә. "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы тематик йыл сараларының координаторы һәм консультанты булып сығыш яһай.

Мәғлүмәт таратыуға ла ҙур иғтибар бүленә: киң мәғлүмәт сараларында тематик колонкалар һәм материалдар ойоштороласаҡ, эш социаль селтәрҙәрҙә – территориаль ҡоролтайҙар биттәрендә әүҙем яҡтыртыласаҡ.

Фән һәм мәғариф йылы йомғаҡтары буйынса компетентлы жюри республика райондары һәм ҡалалары, Рәсәй Федерацияһының башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһында еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Фән һәм мәғариф йылына йомғаҡ Башҡорт теле көнөндә – 2023 йылдың 14 декабрендә яһаласаҡ.

Юлай Кәримов фотолары.

Алда ҙур эштәр көтөлә
Алда ҙур эштәр көтөлә
Алда ҙур эштәр көтөлә
Алда ҙур эштәр көтөлә
Алда ҙур эштәр көтөлә
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: