Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
10 Февраль 2023, 09:39

Мәскәүҙәрҙе башҡорт мөхитенә туплаған

геройҙың шәхси архивынан.
Фото:геройҙың шәхси архивынан.

Бөгөн һүҙ –  Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы әүҙемсеһе, ғалимә Ләйсән Әхмәҙуллина тураһында.

Мәскәү башҡорттары берләш­мәһе (ҡоролтайы) әүҙемсеһе, Өфө ҡыҙы Ләйсән Әхмәҙуллина Баш­ҡорт дәүләт университетын тамам­лағандан һуң белемен Мәскәү аспирантураһында камил­лаштыр­ған. 2015 йылда ул Рәсәй Фәндәр академияһының А.М. Горький исе­мендәге Донъя әҙәбиәте институтында кандидатлыҡ диссер­тация­һы яҡлаған, ошо уҡ уҡыу йортонда өлкән уҡытыусы булып эшләй баш­лаған. Рус, башҡорт, инглиз, ғәрәп, төрөк, иҫке төрки телдәрен яҡшы белә.

Ләйсән Йәдкәр ҡыҙы бынан биш йыл элек илебеҙҙең баш ҡалаһын­да урындағы ҡоролтай менән бер­лектә “Башҡорт этномәҙәни клубы”н ойошторған. Был клуб әле лә әүҙем һәм төрлө яҡлы эшмә­кәр­леген дауам итә, уның төп ауди­торияһы – балалар һәм уларҙың ата-әсәһе.

“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала­ла­рыбыҙ туған телдә аралашыу мөхи­тенән мәхрүм, был уларҙың традицион мәҙәниәттән алыҫла­шы­уына килтерә. Ғөмүмән, ата-баба­ларыбыҙ быуаттар буйы туплаған рухи һәм матди ҡиммәттәрҙе, йолаларҙы белмәү – ҙур ҡалалар өсөн сетерекле проблема. Тап ошо бушлыҡты тултырғым килде”, – ти Ләйсән Йәдкәр ҡыҙы клубты асыуға этәргән сәбәптәр хаҡында.

Башҡорт этномәҙәни клубын ойоштороуға Ләйсән Йәдкәр ҡыҙы бик етди ҡараған. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҙғанда ул Урал һәм Волга буйының тарихи эшмә­кәрҙәренең тәрбиә, намыҫ, бала­лар­ҙы тәрбиәләүҙең әхлаҡи-этик яҡ­тары, ижтимағи һәм ғаилә мәҙә­ниәте буйынса хеҙмәттәрен өйрән­гән. Ошо белемен ҡулланып,  ул эшендә балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәһенең аралашыуына баҫым яһарға ниәтләнә. Осрашыуҙарҙың төп өлөшө йәнле әңгәмә һәм уйындар менән үтә, теләүселәр өсөн башҡорт теле дәрестәре уҙғарыла.

Клуб эшмәкәрлеге һәм Баш­ҡортостандан ситтә башҡорт телен өйрәнергә теләгән балалар менән эшләүҙең киң практикаһы уны 2019 йылда махсус методик ҡулланма һәм “Рәсәй Федерацияһы төбәк­тәрендә туған (башҡорт) тел” эш дәфтәрен булдырыуға дәртлән­дер­гән. Шулай уҡ уның тырышлығы менән балалар өсөн башҡорт те­лендә интернет-журналдар сыға, башҡорт телен уҡытыу буйынса ви­деолар төшөрөлә. Башҡорт балаларынан торған аудитория өсөн махсус рәүештә булдырылған өҫ­тәл уйындары ойошторола, клуб эшендә улар әүҙем ҡулланыла. Шулай уҡ Ләйсән Әхмәҙуллина шиғриәт менән мауыға, сабыйҙарға башҡорт һүҙҙәрен хәтерҙә ҡалды­рыуы еңелерәк булһын өсөн шиғырҙар яҙа.

Ғөмүмән, Мәскәү башҡорттары араһында Ләйсән Әхмәҙуллина – хөрмәтле, абруйлы шәхес.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас: