Башҡорт донъяһы
13 Февраль 2023, 03:30

"Әлимәй" ҡыҙҙары ҡаҙы тултыра

"Осрашып, аралашыуға бер сәбәп", - ти Йылайыр районының Юлдыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары

"Әлимәй" ҡыҙҙары ҡаҙы тултыра"Әлимәй" ҡыҙҙары ҡаҙы тултыра
"Әлимәй" ҡыҙҙары ҡаҙы тултыра

"Ауылда көҙ етеп, ҡырпаҡ ҡарҙар яуыу менән күңелле эштәр күбәйә. Ҡаҙ-өйрәктәрҙе эш итеп алыуға һуғымдар өлгөрә.Туғандар, дуҫтар менән гөр килеп өмәләргә йөрөп, һуғым ашатары ашайбыҙ. Осрашып, аралашыуға бер сәбәп. Тултырмалар, ҡаҙылар әҙерләү үҙе бер байрам.
"Әлимәй" ҡыҙҙары йыйылышып ҡаҙы тултырып алдыҡ. Имен-һау ашарға яҙһын.
Милли ризыҡтарыбыҙ һәр саҡ өҫтәлдәребеҙҙе биҙәһен!" - ти Йылайыр районының Юлдыбай ауылы ҡатын-ҡыҙҙары.

Фото: видеонан скриншот

Яҙма һәм видео: vk.com/public218062394

"Әлимәй" ҡыҙҙары ҡаҙы тултыра
"Әлимәй" ҡыҙҙары ҡаҙы тултыра
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас