Белорет районының Олойылға ауылында тәүге тапҡыр башҡорт ырыуҙары араһында "Бәйге" беренселеге үтте. Урын осраҡлы ғына һайланмаған, Олойылға "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабында еңгән һәм хәҙер республикала район исеменән сығыш яһаясаҡ.
Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгән – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры Вилдан Яруллин, Белорет районының почетлы гражданы Рәнис Алтынбаев, Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, район хамиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин һәм башҡалар.
“Бәйге” – төрки халыҡтар араһында төп ярыштарҙың береһе булып тора, уға көс талап ителгән һәм традицион милли уйындар инә.
Белорет районы төрлө ырыуҙар йәшәгән үҙенсәлекле төбәк булып тора. “Бәйге”лә башҡорт ырыуҙары вәкилдәренән торған алты команда ҡатнашыуы ошо хаҡта һөйләй. Ҡатнашыусылар арҡан тартыу, суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, бесән төргәген этеп тәгәрәтеү, уҡ атыу, бүрәнә бысыу кеүек бәйгеләрҙе көс һынашты.
Шулай итеп, райондың төрлө ауылдарынан килгән Тамъян, Түңгәүер, Кирәй-Ҡыпсаҡ, Ҡатай һәм Күбәләк ырыуҙары вәкилдәре сарала әүҙем ҡатнашты. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Тамъян ырыуы командаһы беренсе урынды яуланы. Ә инде Ишле ауыл биләмәһенә ҡараған Олойылға халҡы ҡунаҡтарға үҙҙәренең халыҡ йолаларын һаҡлауын, ҡунаҡсыллығын, ойоштороу һәләтен күрһәтеүгә өлгәште.
Ғөмүмән, “Бәйге” үҙ маҡсатына өлгәште, унда ҡатнашҡандар һәм ҡарарға килгән барлыҡ халыҡ ҡәнәғәт ҡалды.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/beloradm, vk.com/uralrb