Асҡын районының Солтанбәк ауылында йәшәгән Суфийәновтарҙың иҫ киткес рухлы, татыу ғаиләһе тураһында күп тапҡыр яҙғаныбыҙ бар. Ете бала тәрбиәләгән Ләйсән һәм Данис Суфийәновтар ғаиләһен күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Уңған милләттәштәребеҙ балалар үҫтерә, гөрләтеп донъя көтә, эшләргә һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға өлгөрә, тирә-йүндә уларҙы дәрт-дарманлы, ижади йәһәттән дә һәләтле ғаилә итеп беләләр.
Ләйсән Суфийәнова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йыш ҡына матур, тормошсан яңылыҡтарын уртаҡлаша. Күптән түгел ул ғаилә архивындағы уникаль видеояҙманы тәҡдим иткән.
“Ғаилә архивы. 1996 йыл. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайым Ниғәмәтйән Хәбибуллин Ыйыҡташ тураһында шиғыр һөйләй”, - тип яҙған ул был хаҡта.
Авторҙан беҙ олатаһы хаҡында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе белдек. Ниғәмәтйән Хәбибуллин 1912 йылдың 12 сентябрендә Асҡын районының Гөмбә ауылында тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлаған, келәт һаҡсыһы булып эшләгән. 18 йәшендә уны Алкинға хәрби әҙерлеккә алып киткәндәр. Алты айҙан егетте хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип тапҡандар.
Ниғәмәтйән Хәбибуллин 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына киткән һәм 1945 йылға тиклем һуғышҡан. Фронтҡа алынғас та уны Монголияға ебәргәндәр, унан 2-се Белоруссия фронтына эләккән. 1942 йылда пулеметсы булып хеҙмәт иткәндә ул яралана һәм ике айға госпиталгә эләгә. Унан һуң Польша, Румыния, Чехословакия ерҙәрендә фашистарға ҡаршы алыша, санинструктор була.
Бөйөк Еңеү көнөн, 9 Майҙы, Германиянан алыҫ түгел, Венгрия ерендә ҡаршы алған. Ниғәмәтйән Хәбибуллин Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн күп миҙалдар һәм ордендар менән наградланған.
Һуғыштан һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан, тыуған Гөмбә ауылында ғаилә ҡорған. Ҡатыны менән 11 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ғаилә башлығы ат ҡараусы булып эшләгән, унан почтальон хеҙмәтенә күскән.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ниғәмәтйән Хәбибуллин 2003 йылда вафат булған. Яҡындары уны йор һүҙле, ижади булмышлы, ихлас һәм матур кеше тип хәтерләй.
Был видеояҙма иһә – ысын мәғәнәһендә тарихи ҡомартҡы. Беренсенән, унда Балыҡсы ырыуы башҡорттары төйәк иткән Сарс буйы тарихы, үткәндәрҙең ауазы ярылын ята. Икенсенән, 1996 йылда төшөрөлгөн видеояҙма аша ауыр һынауҙар үткән Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының бер нимәгә ҡарамаҫтан һынмаҫ рухын, тормош йәмен тойоп йәшәүен тойоп була.
Ошондай уникаль яҙманы һаҡлаусыларға. афарин, тип әйтергә генә ҡала.
Фото һәм видео Суфийәновтарҙың ғаилә архивынан.