Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
15 Февраль 2023, 11:00

"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсында яугир әсәләре ҡатнашасаҡ

Тәтешле батыры Фәнистең әсәһе Фәриҙә Хөсәйенова ла былтыр сентябрҙә үҙ теләге менән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһына ингән.

"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсында яугир әсәләре ҡатнашасаҡ
"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсында яугир әсәләре ҡатнашасаҡ

Әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған гүзәл заттар араһында ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы финиш һыҙығына сыҡты. Сараны Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойоштора. Быйыл ул етенсе тапҡыр уҙғарыла. Әлегә Рәсәйҙә гүзәл заттарға арналған бындай күләмдәге конкурс булғаны юҡ.

2022 йылда “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй статусын алды. Ул Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең төбәк халҡы мәнфәғәтендә тормошҡа ашырылған, социаль әһәмиәткә эйә булған иң популяр проекттарының береһе булып тора. Был сара граждандар йәмғиәте институттарының эшен әүҙемләштереү, халыҡтың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен күтәреү, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен баһалау, Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының этномәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелә.

Мәғлүм булыуынса, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының финал өлөшө һәм бүләкләү тантанаһы 2 мартта Өфөләге “Торатау” конгресс-холында уҙасаҡ. Быйыл унда күңел асыу саралары ҡаралмаған, сара илһөйәрлек рухында уҙасаҡ. Гүзәл заттарыбыҙҙың ҡаҙаныштары 10 номинация буйынса билдәләнәсәк, һәр береһендә өсөшәр кешене бүләкләү ҡаралған. Һәр еңеүсегә диплом һәм бағыусыларҙан бүләктәр тапшырыласаҡ. Иң әүҙем гүзәл заттар Рабиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән бүләкләнәсәк.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, конкурста ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара, әлегеһенә 500-ҙән ашыу ғариза килгән, шулай уҡ Рәсәйҙән 24 төбәк ҡушылған.

– Быйыл конкурстың йүнәлеше бер аҙ үҙгәреш кисерҙе. Хәҙер төп маҡсаттарҙың береһе беҙҙең яугирҙәргә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү. Шуға күрә быйыл Ватанды яҡлаусыларҙың, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларының әсәләрен ҡатнашырға саҡырҙыҡ. Улар араһында — Рәсәй Геройҙарының әсәләре, һәләк булғандарҙың әсәләре, йәмәғәт эшмәкәрлегенә ҡушылып, Донбассҡа гуманитар ярҙам, ирекмәндәр йыйған, мобилизацияланған ирҙәрен һәм улдарын көткән әсәләр, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Әйтергә кәрәк, республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтендә һалдат әсәләре һәм ҡатындары бихисап. Ойошмала Хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡатындары һәм әсәләре комитеты булдырылды. Тәтешле батыры Фәнис Хөсәйеновтың әсәһе Фәриҙә Хөсәйенова ла былтыр сентябрҙә үҙ теләге менән Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына ингән. 

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең Хәрби хеҙмәткәрҙәр ҡатындары һәм әсәләре комитетына Саҡмағош районынан 11 бала әсәһе, район Советы депутаты Резида Ильясова етәкселек итә.

– Әсәйҙәр менән ҡатындар беҙгә шылтырата, кәңәшләшә, ярҙам һорай. Улы вафат булған, икенсеһе хеҙмәт иткән әсәләребеҙ бар, атаһы менән ире махсус хәрби операцияла булғандар ҙа бар. Берләшәләр, бер-береһенә ярҙам итәләр. Селтәр үрәләр, шәмдәр эшләйҙәр, – тине ул.

Гөлнур Ҡолһарина пандемия осоронда әүҙем эшләгән, Донбасс халҡына ярҙам күрһәткән, махсус хәрби операция ваҡытында беҙҙең хәрбиҙәргә дауаханаларҙа ярҙам күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә арналған яңы – “Медицина хеҙмәткәре” номинацияһы булдырылыуы хаҡында белдерҙе.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең төп уҙаҡташы булып тора.

– “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәр ваҡыт Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең төп партнеры була, бигерәк тә был проектта – “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсында. Быйыл да йолаларыбыҙҙы үҙгәртмәйбеҙ. Үҙебеҙҙең номинациябыҙ бар – "Ҡатын-ҡыҙ лидер". Тормош саҡырыуы буйынса, беҙ был номинацияны ла яңынан ҡараныҡ, ирекмәнлек менән шөғөлләнгән, ижтимағи-сәйәси тормошта үҙен күрһәткән, гуманитар ярҙам йыйыу һәм махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләренә ярҙам ойоштороу менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙарға айырым иғтибар бүләсәкбеҙ. Табиптарға ҡағылған яңы номинацияға килгәндә, “Берҙәм Рәсәй” Донбасста, фронт һыҙығындағы госпиталдәрҙә, беҙҙең яугирҙәр менән бергә махсус хәрби операцяла эшләгән табиптарҙы ай һайын тиерлек бүләкләй, – тине "Берҙәм Рәсәй" партияһының республикалағы бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Гөлнара Кирәева.

"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсын ойоштороуға Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Йәмәғәт палатаһы ҡушылған. Сарала Татарстан Республикаһының ҙур делегацияһы, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Сочиҙан башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте филиалдары ағзалары ҡатнашасаҡ.

Йәмғиәттең Батырҙар мәктәбе, Халыҡ дауалаусылары мәктәбе, Өләсәйҙәр мәктәбе, Олатайҙар мәктәбе эшкә тос өлөш индерә. Былтыр Рәсәйҙең "Благомир" ветеран ойошмаһы менән Рәсәй Федерацияһы халыҡтары ассамблеяһы менән килешеү төҙөлгәйне, конкурсҡа уларҙың вәкилдәре лә киләсәк.

Еңеүселәр кубогы ярыштарҙан алып ярыштарға тиклем йыл һайын яңыртыла, ойоштороусылар уға этник элементтар өҫтәргә тырыша. Уның конструкцияһында Башҡортостан символы булараҡ кәрәҙ, конкурс этикеткаһы һаҡланып ҡалған.

Автор фотолары.

"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсында яугир әсәләре ҡатнашасаҡ
"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсында яугир әсәләре ҡатнашасаҡ
"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсында яугир әсәләре ҡатнашасаҡ
"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсында яугир әсәләре ҡатнашасаҡ
"Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсында яугир әсәләре ҡатнашасаҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: