Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостандың йәш яҡташтар ассоциацияһы һәм республиканың "Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте" Telegram өсөн башҡортса стикерҙар сығарҙы.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, тиҙҙән ватсап өсөн дә стикерҙар сығарыла. “Барыбыҙ ҙа күп ваҡытты социаль селтәрҙә, мессенджерҙарҙа үткәрәбеҙ. Аралашыу өсөн сағыу башҡортса стикерҙар телде, мәҙәниәтебеҙҙе танытыуға булышлыҡ итер, тигән ниәттәбеҙ”, – тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.