Бөгөн Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылында "Кинйә эҙҙәре буйлап" тип исемләнгән ҙур саралар ойошторолдо.
Унда район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ҡатнашты. Шулай уҡ байрамда Федоровка, Күгәрсен райондарынан, Ырымбур өлкәһенән ҡунаҡтар булды.
Улар "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабында еңеүсе Кинйәабыҙ халҡына республика кимәлендә уңыштар теләне. Сараларҙа ауылдың ҙур тарихы ла, һоҡланырлыҡ бөгөнгөһө лә сағылды. Башҡорт халҡының милли геройы Кинйә Арыҫлановтың музейына экскурсия, Бөйөк Ватан һуғышында, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр хөрмәтенә ойошторолған хәтер кисәһе илһөйәрлек тойғоларын нығытты.
Йәйәнән уҡ атыу, туҡыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапты, был ауылда һөнәрле кешеләрҙең күп булыуын дәлилләне. Арҡан, таяҡ тартышыу, суҡмар ырғытыу, ағас ҡырҡыу кеүек уйындарҙа халыҡ рәхәтләнеп ҡатнашты.Уҡ атыу ярышы еңеүселәренә маҡтау грамоталары, миҙалдар, бүләктәр тапшырылды.Байрам һуңында ҡунаҡтар өсөн ҡорбан ашы ойошторолдо. Саранан тулы репортажды гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Резеда Шәңгәрәева һәм Дилбәр Ишморатова фотолары.