21 февралдә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты ойошторолоуҙың 30 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк. Әммә был юғары уҡыу йортоноң тарихына күҙ һалһаҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү эше 1978 йылда уҡ башланған. Тәүге йылда рус-башҡорт бүлегенә 50 студент ҡабул ителә. 1992 йылда, башҡорт филологияһы кафедраһына нигеҙләнеп, факультет барлыҡҡа килә.
Кафедра мөдире булған Фирҙәүес Хисамитдинова факультеттың деканы итеп тәғәйенләнә. Ул факультеттың тиҙ арала күтәрелеп китеүенә ҙур өлөш индерә. Шулай уҡ ул йылдарҙа эшләгән педагогия хеҙмәте ветерандары Рәйсә Халиҡова, Зыя Әбсәләмов, Әхмәр Аҙнабаев, Рәшит Әлмөхәмәтов кеүек уҡытыусыларҙы оло ихтирам менән иҫкә алалар. Зәйтүнә Шәрипова, Вәкил Хажин, Әхәт Вилданов, Рәшит Шәкүров, Миңһылыу Усманова, Рәйсә Дәүләтбаева кеүек остаздарға рәхмәт әйтә бөгөнгө коллектив. Студенттар профессорҙар Марат Зәйнуллин, Әхмәт Сөләймәнов кабинеттарында, Аҡмулла бүлмәһендә, “Беҙҙең Аҡмулла” мәғрифәтселек мәктәбендә шөғөлләнә. Әҙәби китапханала “Тулҡын”дар яңы әҫәрҙәрен ижад итә.
Бөгөн дә факультет Башҡортостан һәм күрше өлкәләр өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса педагогтар әҙерләүсе төп үҙәк булып ҡала. Бөгөнгө студенттар заманса йыһазландырылған зауыҡ менән биҙәлгән аудиторияларҙа белем ала, сит илдәге студенттар менән онлайн тәртибендә бәйләнештәргә сыға.
Башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләйлә Хөсәйенова ошо хаҡта яҡындан таныштырҙы.
– Факультеттың юғары квалификациялы ғалимдары, уҡытыусы-методистары уҡырға инеүселәргә йыл һайын яңы йүнәлештәр тәҡдим итә. Һуңғы йылдарҙа ғына “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс кластар”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәктәпкәсә белем биреү”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, логопедия”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи нигеҙҙәре” кеүек программалар эшләнде. Ҡырғыҙстандан бер төркөм студент ҡабул иттек, улар “Инглиз теле, ҡырғыҙ теле” төркөмөндә уҡый. Был йүнәлеште киңәйтеп, алдағы йылда “Инглиз теле, көнсығыш телдәр (ғәрәп, ҡырғыҙ телдәре)” программаһын асабыҙ. Полилингваль мәктәптәр өсөн педагогия кадрҙары әҙерләү эше лә беҙгә йөкмәтелгән, шундай мәктәптәрҙә эшләп йөрөгән уҡытыусыларға магистратура программаһы тәҡдим итәбеҙ. Әйткәндәй, был программаларға юғары уҡыу йорто етәкселеге етәрлек кимәлдә бюджет урындары бүлә, был йәһәттән беҙҙең университетта башҡорт теленә иғтибар ҙур, һәр ваҡыт көн үҙәгендә тип әйтә алабыҙ, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы.
Бында студенттарҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бирелә, шуға ла алдынғы ҡарашлы белгестәр үҫеп сыға. Әйткәндәй, уҡыуҙа һәм фәндә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән студенттар араһынан Динара Ғәлләмова – Башҡортостан Башлығы, Сыңғыҙ Ғәлимов, Айгүзәл Мортаева – Мифтахетдин Аҡмулла стипендияһын, Нияз Мөхәмәҙиев Рауил Бикбаев стипендияһын ала.
Ысынлап та, ныҡлы нигеҙе булған, баш ҡалабыҙҙың үҙәгендә урынлашҡан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты бер нисә тиҫтә йыл дауамында һалынған традицияларҙы бөгөн дә уңышлы дауам итә һәм, яңы алымдарҙы ҡыйыу индереп, хәҙерге заман талаптарына ярашлы белем биреү йүнәлешендә үҫешә.
Сәлимә ТАҺИРОВА, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты:
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында 17 уҡытыусы эшләй. Кафедра башҡорт теле һәм әҙәбиәте, уларҙы уҡытыу методикалары буйынса ҡырғыҙ, ҡытай, төрөк телдәре уҡытыусыларын берләштерә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы университетта алдынғыларҙан һанала, уҡытыусылар коллективы республикалағы һәм илдәге милли мәғарифҡа бәйле ваҡиғаларҙа ҡайнап йәшәй.
Республикалағы берҙән-бер педагогик юғары уҡыу йорто булараҡ, төп маҡсат – юғары квалификациялы уҡытыусылар әҙерләү. Бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ педагогик юғары уҡыу йорттары, “Юғары педагогик белем биреү үҙәге” тип аталған методик тәҡдимдәргә ярашлы, унда күрһәтелгән программаларҙың йөкмәтке һәм структура талаптарына нигеҙләнеп, уҡытыусы-практиктарҙы әҙерләй, йәш уҡытыусының һөнәри компетентлығын формалаштырыуға ҙур иғтибар бирелә. Педагогия университеты тамамлаған белгестең төп өҫтөнлөгө – ул йәмғиәттең ҡайһы өлкәһендә лә әһәмиәтле булған оҫталыҡҡа – дөрөҫ аралаша белеү, башҡаларҙы дөйөм эшмәкәрлеккә йәлеп итә белеү һәләтенә эйә булыуы.
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА, Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, филология фәндәре докторы:
– Беҙҙең университетта Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге асылыуға – бер йыл. Үҙәктең төп маҡсаттары – башҡорт фольклорын, йолаларын, ҡобайырҙарын ғилми-теоретик өйрәнеү, пропагандалау, популярлаштырыу, йәш ғалимдар үҫтереү. Түбәндәге саралар – быйылғы төп ҡаҙаныштарыбыҙ: “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосына арналған халыҡ-ара симпозиум (Яҡут, Алтай, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан республикалары ғалимдары ҡатнашлығында), “Академик Ә.М. Сөләймәнов көндәре”н үткәреү, “Эпос. Дәүер. Халыҡ” халыҡ-ара конференцияһы, республиканың дүрт районы мәктәбендә Сәсән мәктәптәрен асыу, халыҡ-ара “Аҡмулла уҡыуҙары”на ярашлы, “XXI быуатта фольклор һәм фольклористика” махсус секцияһын үткәреү.
Башҡорт халыҡ эпосы “Урал-батыр” һәм башҡа эпик ҡомартҡыларыбыҙҙы өйрәнеп пропагандалау шулай уҡ төп бурыстарыбыҙҙең береһе булып тора. Шуға ла 2022 йылдың 21 декабрен “Урал батыр” башҡорт халыҡ ҡобайыры көндәре” тип иғлан иттек һәм уны асыуҙы университет ректоры Салауат Сәғитов ҡатнашты, Мәскәү, Бишкәк, Таулы Алтай ҡалаларынан билдәле ғалимдарҙың ҡотлау телеграммалары яңғыраны.
Айтуған ҠОЛАНЧИН, Көнсығыш телдәр үҙәге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты:
– Башҡорт филологияһы факультетында Көнсығыш телдәр үҙәге булдырылған. Был үҙәктә ғәрәп, төрөк һәм ҡытай телдәре буйынса уҡытыу алып барыла. Шулай уҡ үҙәктә ошо телдәрҙе уҡытыу буйынса уҡыу ҡулланмалары һәм программалары әҙерләнә. Әлеге көндә башҡорт филологияһы факультетында бакалавриатта уҡыған студенттар – ҡытай, магистратурала уҡығандар иһә ғәрәп, төрөк телдәрен өйрәнә. Яңы уҡыу йылында өр-яңы “Инглиз теле һәм көнсығыш телдәр (ғәрәп теле)” программаһы асыла. Рәсәй Мәғариф министрлығының махсус квотаһы буйынса Ҡырғыҙстанға инглиз һәм ҡырғыҙ телдәре уҡытыусыларын әҙерләү алып барыла. Әлеге көндә 16 студент был телдәрҙе өйрәнә, шуларҙың 11-е уҡырға Ҡырғыҙстандан килгән. Көнсығыш телдәре үҙәгендә ғәрәп, төрөк һәм ҡытай телдәрен өҫтәмә рәүештә өйрәнеүселәр өсөн махсус курстар асылған.
Көнсығыш телдәре үҙәгендә боронғо ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар буйынса ла фәнни эҙләнеүҙәр алып барыла. Студенттар менән берлектә “Аҡмулла” һәм “Шура” журналдарының ҡайһы бер һандары иҫке төрки теленән хәҙерге башҡорт теленә тәржемә ителде.
Вадим ТОЛОМБАЕВ, Р.Х. Халиҡова исемендәге һөнәри компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты:
– Башҡорт филологияһы факультетында Р.Х. Халиҡова исемендәге һөнәри компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге эшләп килә. Факультеттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына ҡараған был Үҙәктең эш маҡсаты – башҡорт филологияһы факультетында ғәмәлгә ашырылған мәғариф программаларын методик яҡтан тәьмин итеү, белем биреү процесын бойомға ашырыу өсөн матди-техник һәм уҡытыу-методик базаһын булдырыу, шулай уҡ факультет уҡытыусыларының, студенттарҙың, магистрант һәм аспиранттарҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә методик һәм практик йәһәттән ярҙам күрһәтеү. Әлбиттә, Үҙәктең эшмәкәрлек даирәһе бер факультет менән генә сикләнмәй, ул Башҡортостан Республикаһы белем биреү учреждениеларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын инновациялы педагогик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү, уларҙың заманса белем биреү технологиялары өлкәһендә һөнәри оҫталыҡтарын үҫтереү йүнәлешендә әүҙем эш алып бара. Әйтәйек, Үҙәк эшмәкәрлегенә ярашлы үткәрелгән семинарҙар, һөнәри оҫталыҡ кластары, төрлө кимәлдәге квалификацияны камиллаштырыу курстары ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Мәҫәлән, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа заманса информацион-коммуникатив технологиялар” квалификацияны камиллаштырыу курсына хатта башҡа предмет уҡытыусылары ла бик теләп йөрөй. Был билдәле, сөнки һанлы технологияларҙың үҫеше, уның менән бәйле уҡытыусыларҙың һөнәри-педагогик сифаттарына талаптар быға нигеҙ булып тора.
Бындай йүнәлештәге эшмәкәрлеккә Р.Х. Халиҡова исемендәге һөнәри компетенциялар үҫтереү үҙәгенең мөмкинлектәре киң, базаһы ныҡлы: был үҙәктә заманса һанлы техник саралар менән йыһазландырылған оҫтахана, аудиториялар бар һәм, әлбиттә, яңы педагогия технологиялары менән эш итеү методикаһына, төрлө кимәлдәге һәм маҡсаттағы һанлы дидактик уҡыу-уҡытыу материалдары әҙерләү алымдарына өйрәтерлек юғары махсус квалификациялы хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Динара ҒӘЛЛӘМОВА, IV курс студенты:
– Факультетыма оло рәхмәттәремде белдерәм, сөнки I курстан уҡ миңә оло яуаплылыҡ йөкмәттеләр – мин креатив төркөмдөң етәксеһе. Ошо йүнәлеш күп мөмкинлектәр асты: миңә төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһау, саралар әҙерләү, алып барыу, режиссер булыу, студенттар менән әүҙем эшләү мөмкинлеген бирҙе. Былар барыһы ла тәжрибә тупларға ярҙам итә. Ошо эшмәкәрлегем өсөн дә республика Башлығы стипендиаты булдым.
Уҡыған осорҙа Башҡортостандың төрлө райондарын күреү бәхете лә тейә. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына Ауырғазы районында "Рәшит Назаров уҡыуҙары" конференцияһында ҡатнаштыҡ.
- Рәмилә МУСИНА