Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
20 Февраль 2023, 11:00

“Баш ите ашатыу”

Ә һеҙҙә был йола һаҡланғанмы?

“Баш ите ашатыу”
“Баш ите ашатыу”

Башҡорт халҡы борон-борондан йолаларға бай булған. Шул йолаларҙың араһында һуғым йолаһы айырым урын алып тора.

Алдан уҡ инселәп, итен ҡышын ашау өсөн махсус һимертеп мал салыу. Был сарала туғандар, күрше-күлән һәм ҡатышып йәшәгән дуҫтар ҡатнаша.

Билдәләнгән көндө барыһы ла һуғым һуйыла торған йортта йыйыла. Ир-ат һуйыу, тиреһен һылып алыу, итен өлөштәргә бүлеү кеүек ауыр эштәр менән шөғөлләнһә, ҡатын-ҡыҙҙар эсен ярыу, эсәк арытыу, тултырма, ҡаҙы эшләү менән була.

Кискелеккә һуғым итенән аш һалына һәм ярҙамлашҡан кешеләр ҡунаҡҡа алына. Шуның менән генә һуғым байрамы бөтмәй. Яҙға табан “Баш ите ашатыу”ға саҡырыша башлайҙар. Был йола Йылайыр районының Юлдыбай ауылында әле лә һаҡлана. Зәйҙуллиндар ғаиләһе күрше-күләне менән башҡарған был йоланың видеояҙмаһын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Мәғлүмәт: vk.com/public218062394

Видео: vk.com/id575498356

Фото: видеонан скриншот

“Баш ите ашатыу”
“Баш ите ашатыу”
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: