Башҡорт донъяһы
21 Февраль 2023, 05:35

Бай мираҫ һаҡсылары

Улар иңендә – илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр тәрбиәләү бурысы.

Миңдиниса Ғәзизуллина – Баш­ҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Феде­рацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың мәғариф алдынғыһы, “Башҡорт­остан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсы еңеүсеһе.Миңдиниса Ғәзизуллина – Баш­ҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Феде­рацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың мәғариф алдынғыһы, “Башҡорт­остан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсы еңеүсеһе.
Миңдиниса Ғәзизуллина – Баш­ҡортостан Республикаһының атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Феде­рацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортос­тан­дың мәғариф алдынғыһы, “Башҡорт­остан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсы еңеүсеһе.

Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы беҙ ошо өлкәлә ал-ял белмәй эшләгән, йәш быуында иң изге ҡиммәттәргә – Тыуған илгә, йәнтөйәккә, әсә теленә, әҙәбиәткә һәм халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларға мөрәжәғәт иттек. Был – илебеҙҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылында рухыбыҙ һаҡсылары булған башҡорт теле уҡытыусыларының фиҙакәр хеҙмәтенә баһа һәм иғтибар билдәһе лә.  Улар ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайлауы, уҡыусыларға тел нескәлектәрен өйрәткәндә төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтеүе, йәғни һөнәри серҙәре менән ихлас уртаҡлашты.

 

Миңдиниса Әхәт ҡыҙы ҒӘЗИЗУЛЛИНА, Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыһы:

– 29 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам. 1994 йылдан – лицей асылған көндән алып мәктәбемә, эшемә тоғро хеҙмәт итәм. Һөнәремде, балаларҙы бик яратам. Көн дә ҡыуанып лицейыма киләм, шатланып өйөмә ҡайтам. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет булыуы мөмкинме? Эйе, бәхетлемен, сөнки белем биреү – ул йәшәүемдең асылы.

Шөкөр, уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенергә тура килгәне юҡ. I кластан, мәктәп тупһаһын атлап инеү менән, уҡытыусынан башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтермәнем. Яҙмышыма рәхмәт: ҡайҙа уҡыһам да, һәр саҡ яҡшы, өлгө алырҙай остаздар ҡулында белем алдым. Мәктәптә башҡорт теленән Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева уҡытты, Башҡорт дәүләт педагогия институтында билдәле ғалим-педагогтар Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова, Вәкил Исмәғил улы Хажин, Әхәт Ханнан улы Вилданов фән үрҙәренә әйҙәне.

Тиҫтә йыл дауамында ҡала балаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирәм. Бөгөнгө балаларҙың туған телде өйрәнеү теләге, ҡыҙыҡһыныуы төрлөсә. Ҡайһыһы бик теләп өйрәнә, һөйләшә, аралаша, икенсеһе “мин аңлайым – шул етә”, тип иҫәпләй.

Балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһы­ныуҙы ишек төбөнән башлайым. Кабинетым ишегенә “Бында башҡортса һөйләшәләр” тип яҙылған. Балалар бүлмәгә инеү менән тырышып-тырышып башҡортса аралаша башлай. Дәрес башында шағирҙарыбыҙҙың башҡорт теленә арналған шиғырҙарын хор менән һөйләтәм. Шиғырҙарҙы үҙгәртеп торам, лицейҙы тамамлағанда арыу уҡ шиғырҙы яттан белеп сығалар.

Башҡорт теленең үҙенсәлектәренә төшөндөргәндә күпселек телмәр үҫтереү, диалог ҡороу, монолог һөйләү һәм башҡа алымдарҙы ҡулланам. Бөгөн дәреслек тотоп, ябай таҡта ҡулланып, күнегеү күсертеп кенә башҡорт телен өйрәтеүгә өлгәшеп булмай. Иң беренсе үҙең  алдынғы ҡарашлы, хәҙерге заман технологияларын яҡшы белгән, эшеңде яратҡан уҡытыусы булырға тейешһең. Балалар алдына килеп баҫҡанда тышҡы йөҙ-ҡиәфәтең, үҙеңде тота белеүең, кешелек сифаттарың да ҙур роль уйнай, тип иҫәпләйем.

Заман технологияларына килгәндә, уларҙы сама менән, кәрәкле урында файҙалана белеү бик отошло. Мәҫәлән, балаларға блогер булып ҡарарға тәҡдим итәм һәм “Мин – хәбәрсе”, “Мин – сәйәхәтсе”, “Мин – сәскәләр үҫтереүсе” һәм башҡа темалар бирәм. Бик ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөп килтерәләр, ә иң мөһиме – башҡорт телендә һөйләйҙәр. Шулай уҡ рус телендәге йәнһүрәттәрҙе башҡорт теленә тәржемә итеү, әҙәби әҫәр буйынса бәләкәй өҙөктө сәхнәләштереү, берәй милли уйын өйрәнеп килеп, дәрестә уйнап алыу, реклама яһау кеүек эш төрҙәрен бик яратып башҡаралар. Балаларҙың башҡортса белеү кимәленә ҡарап, эштәрҙе төрләндереп бирергә тырышам.

Бөгөн башҡорт телен популярлаштырыу өсөн күп саралар ғәмәлгә ашырыла. Ә минең шундай тәҡдимдәрем бар: мәҫәлән, республикалағы юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә рус теле урынына башҡорт теленән БДИ тапшырыу мөмкин булһа, телдең баһаһы тағы ла күтәрелер ине. Туған телендә аралашҡан ғаилә статусын күтәрергә кәрәк, сөнки телде өйрәнеү беренсе сиратта ғаиләнән башлана.

 

Зилә Салауат ҡыҙы ӘБХӘЛИМОВА, Күмертау ҡалаһының Республика политехник лицей-интернаты уҡытыусыһы: 

– Эш стажым 28 йыл, шуның ике тиҫтәһен ошо лицейҙа хеҙмәт итәм. Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегемдең тәүге йылдарында Күмер­тау ҡалаһындағы 6-сы мәктәптә төрлө мил­ләт балаларына башҡорт телен дәүләт те­ле булараҡ өйрәттем. Халҡымдың нескә теле, бай рухи мираҫы аша буласаҡ баш­ҡорт интеллигенцияһын үҫтереүгә үҙ өлө­шөмдө индереү маҡсатында Республика по­литехник лицей-интернатына эшкә килдем.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрес­тәрендә уҡыусыларҙы уйландырырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк, үҙ фекерен яҡлай, һығымталар яһай алырлыҡ эш алымдарын ентекләп өйрәнәм һәм дәрестәрҙә ҡулланам. Хәләф Юнысбаевтың диагностика-коррекция технологияһын, В.Э. Штейнбергтың логик-мәғәнәүи модель алымдарын эш тәжрибәмә индерҙем.  Башҡортостан әҙиптәренең әҫәрҙәрен өйрәнгәндә дебат, бәхәс-әңгәмә кеүек формалар уҡыусыларҙы уйланырға, эҙләнергә этәрә, төплө фекер йөрөтөргә булышлыҡ итә.

Уҡытыуҙы ғилми-тикшеренеү эше менән бергә алып барыу балаларҙа белем алыуға тағы ла көслөрәк ҡыҙыҡһыныу уята. Был уҡыусыларҙа аналитик фекерләү, интернет селтәрен файҙаланырға өйрәнеү, күҙәтеүҙәр алып барыу, фекерҙәрҙе тәртипкә килтереү, һығымталар яһау, кешеләр менән ара­лашырға өйрәнеү, халыҡ алдында сығыш яһау аша үҙеңде ышаныслы тотоу, ора­торлыҡ оҫталығын камиллаштырыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү мөмкинлеген бирә.

Бөгөнгө балаларҙа үҙ-ара русса аралашыуға өҫтөнлөк биреү ныҡ һиҙелә. Ғәмһеҙ рәүештә уларҙы телебеҙҙән яҙҙы­рырға, моңобоҙҙан биҙҙерергә, халҡыбыҙҙан кәмһендерергә хоҡуғыбыҙ юҡ, шуға ла бар йөрәгемде әсә телен уҡытыуға биреп, теле­беҙҙең ҡеүәтен, милләтебеҙҙең мәртәбәһен үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерәм, тип уйлайым. Был миңә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә. Рус милләтле бер нисә уҡыусымдың баш­ҡорт телен туған тел булараҡ һайлауы дәрестәремде тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ үткәреүгә дәрт өҫтәй.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен тейешле кимәлдә уҡытыу өсөн зауыҡ менән йыһазландырылған, бай йөкмәткеле башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын булдырыу төп шарт булып тора. Эш бүлмәмдең интерьеры ентекләп уйланылған. Стендтар тематик яҡтан үҙгәртелеп тора. Кабинетта журналдарҙан картотека төҙөлгән. Ул фәнни эш башҡарғанда, дәрескә әҙерләнгәндә бик уңайлы. Әҙәби китаптарҙың, методик ҡулланмаларҙың исемлеге тәртипкә килтерелеп, китапсыҡ рәүешендә баҫтырылған. Кабинетым ҡала кимәлендә үткәрелгән “Туған телдәр кабинеты” конкурсында еңеү яуланы.

 

Айһылыу Мирсәйет ҡыҙы МОТАЛЛАПОВА, Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы:

– Уҡытыусы булыу теләге бәләкәй саҡта уҡ барлыҡҡа килде. Әхирәт ҡыҙҙар менән гел дә уҡытыусы булып уйнай торғайныҡ. Өлкән апайҙарым Сибай педагогия училищеһында белем алғанға күрә, мин дә фәҡәт уҡытыусы булырға тейешмен, тип уйлай инем. Мәктәптә уҡығанда бөтә фәндәр ҙә еңел бирелде, шуға ниндәй предметты һайларымды аныҡ ҡына уйламай ҙа инем. VI класта саҡта беҙҙең мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып Айһылыу Сәлих ҡыҙы Йәнтүрина (Ғөбәйҙуллина) эшкә килде. Ул үткәргән һәр дәрес хәтерҙә. Белемле, йәш, әммә талапсан уҡытыусыбыҙ һәр баланың күңеленә юл тапты, ә минең тап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлауыма булышлыҡ итте.

Хәҙерге ваҡытта балаларға туған телдән һабаҡ биреү – ҡыҙыҡлы ла, яуаплы ла эш, тип әйтер инем. Бөгөн күпселек ата-әсәнең төп иғтибары Дәүләт йомғаҡлау имтихандары бирә торған предметтарға йүнәлтелгән. Бигерәк тә сығарылыш клас­тарында кәрәкле предметтарҙан өҫтәмә дәрестәр алып ҡалырға, оҙағыраҡ шөғөлләнергә ваҡыт табырға тырышҡан балаларҙы нисек итеп туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә ылыҡтырырға һуң? Әлбиттә, уҡытыусыға дәресте ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәреү өсөн бик күп эшләргә, эҙләнергә тура килә. Ул саҡта инде һинең дәресең уҡыусыларҙың күңелендә үҙенең билдәле бер урынын аласаҡ. Н. Чернышевский “Әҙәбиәт – тормош дәреслеге” тигән. Ысынлап та, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә теоретик белемдән тыш бирелгән тормош һабаҡтары, тәрбиә нигеҙҙәре – бер ниндәй бизмәнгә лә һалып үлсәп булмаҫлыҡ хазина ул. Тап ошо дәрестәрҙә алған белем кешене кеше итеп тәрбиәләй һәм ғүмере буйына оҙатып бара.

Тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙа ауырлыҡтар уҡыусыларҙың телде белеү кимәле төрлө булыуҙалыр, тип уйлайым. Телде насары­раҡ белгән балалар менән шәхсән шөғөл­ләнелә, әлбиттә. Әммә йәш быуындың туған телде белеү кимәленең кәмеүе – дөйөм кү­ренеш. Телде һаҡлау өсөн мөхит етмәй, ба­лалар, йәштәр үҙ-ара рус телендә ара­лашыуҙы хуп күрә. Ошондай шарттарҙа уҡы­тыусыларҙан айырыуса яуаплылыҡ талап ителә. Уҡытыусы дәрес этаптарын ғына түгел, ә өйгә эш биреүҙең күләмен, ваҡытын, уны уҡыусының үҙаллы башҡара алыу мөмкинлеген дә күҙ уңында тоторға бурыслы.

Үҙ эшемдә төп иғтибарҙы уҡыусыларҙың һөйләү телмәренә бүләм. Бөгөнгө уҡыусыны туған телендә матур итеп уҡырға, һөйләргә, фекер алышырға өйрәтеү өсөн ниндәй алымдар ҡулланырға була, артабан яҙма телмәрҙе, грамоталылыҡты үҫтереү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк, тип борсолам, даими эҙләнәм. Билдәле мәғрифәтсе Р. Фәхретдиндең шундай һүҙҙәре бар: “Балаларығыҙҙы үҙегеҙҙең замандан башҡа заман өсөн уҡытығыҙ, сөнки улар һеҙҙең замандан башҡа бер дәүерҙә йәшәү өсөн донъяға килер”. Белем биреүҙә барлыҡ эштәрҙең дә киләсәккә йүнәлтелгән булыуы шарт. Уҡыусы алған белемен тормошта ҡуллана аламы? Мәктәп программаһы балаларҙың киләсәге өсөн нимәләр бирә? Ошондай һорауҙар борсой бөгөнгө уҡытыусыны. Эш тәжрибәһенән сығып, шуны әйтә алам: уҡыусылар күңеленә һалған орлоҡтар, һис шикһеҙ, киләсәктә үҙ шытымдарын бирә. Балаларҙы киләсәккә әҙерләү маҡсатында төрлө тикшеренеү һәм проект эштәре ойоштороу әһәмиәтле. Хәҙерге фән һәм технологиялар йылдам үҫешкән осорҙа уҡытыусы ла был йүнәлештә үҙенең компетенцияларын үҫтерергә тейеш. Дәрестәрҙә, дәрестән тыш эшмәкәрлектә мәғлүмәти һәм алдынғы педагогик технологияларҙың үҙенсәлекле алымдарын, электрон ресурстарҙы ҡулланыу – заман талабы.

Һуңғы осорҙа дистанцияла белем биреү форматында уҡытыусылар өсөн ситтән тороп төрлө кимәлдәге вебинарҙарҙа, конференцияларҙа, методик семинарҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәре асылды. Был йүнәлештә Туған телдәр федераль институты ойошторған саралар башҡа төбәктәрҙә туған телдәр уҡытыу тәжрибәһе менән танышырға ярҙам итә. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге үткәргән сараларҙа республикабыҙҙағы алдынғы педагогик тәжрибәләр менән уртаҡлашыу мөмкинлеге бар. Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының, бигерәк тә йәштәрҙең ошондай майҙансыҡтарҙа әүҙем ҡатнашыуын теләр инем.

Бер көнлөк йәки бер яҡлы эш менән генә туған телде пропагандалап булмай. Туған тел нигеҙҙәре ғаиләлә һалынып, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә дауам итһә генә, беҙ уның киләсәге ышаныслы, тип әйтә алабыҙ, шуға күрә лә ата-әсәләр менән бергәләп хеҙмәттәшлек итеп эшләү кәрәк.

Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан олимпиада, конкурстарҙа уңыштарға өлгәшкән уҡыусылар төрлөсә дәртләнде­релә. Уҡыуға ингәндә өҫтәмә балдар бирелеүе лә туған телдең әһәмиәтен арттыра. Шулай уҡ дәүләт кимәлендә телде уҡытыу, үҫтереү, һаҡлау буйынса, уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәтен баһалау өсөн дә төрлө саралар ҡаралған. Шуға күрә бөгөн тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары иңенә оло яуаплылыҡ – телһөйәр, илһөйәр, рухлы киләсәк тәрбиәләү бурысы һалынған. 


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Зилә Әбхәлимова – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, “Уҡытыусы-оҫта-2015” республика конкурсы еңеүсеһе, Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫта­лыҡ класы конкурсы дипломанты.
Айһылыу Моталлапова – Баш­ҡорт­остан Республикаһының мәға­риф алдынғыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2022” төбәк-ара конкурсы лауреаты.
Зилә Әбхәлимова – Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, “Уҡытыусы-оҫта-2015” республика конкурсы еңеүсеһе, Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫта­лыҡ класы конкурсы дипломанты.
Читайте нас