Башҡорт донъяһы
22 Февраль 2023, 05:00

“Президентыбыҙ рухына бағышлап аят уҡыттыҡ”

Милләттәштәребеҙ Мортаза Рәхимовты һәр саҡ оло хөрмәт менән иҫкә ала.

“Президентыбыҙ рухына бағышлап аят уҡыттыҡ”“Президентыбыҙ рухына бағышлап аят уҡыттыҡ”
“Президентыбыҙ рухына бағышлап аят уҡыттыҡ”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Эстониянан яҡшы хәбәр килде: унда йәшәгән бер төркөм милләттәштәребеҙ  республикабыҙҙың беренсе Президенты, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Мортаза Рәхимовтың вафатына 40 көн тулғас, уның рухына бағышлап аят уҡытҡандар. Был хаҡта урындағы “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы етәксеһе, Баҡалы районында тыуып үҫеп, оҙаҡ йылдар Эстонияла ғүмер иткән әүҙем яҡташыбыҙ Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы Хәйруллина хәбәр итә.

“Ғәҙәттә, юғары вазифа биләгән кешеләргә ҡарата иҫән саҡта хөрмәт һәм иғтибар була ла, шунан кеше яйлап онотола. Әммә был Мортаза Ғөбәйҙулла улына ҡағылмай – уның халҡыбыҙ һәм республикабыҙ өсөн башҡарған эштәрен оноторлоҡ түгел.

Президентыбыҙ рухына бағышланған аятҡа ла халыҡ ысын күңелдән, ихлас йыйылды.  Хатта мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә килергә тырышты. Һөҙөмтәлә ике тиҫтәгә яҡын кеше булдыҡ. Тимәк, Мортаза Рәхимов бик яҡшы кеше булған,  тигән һығымта яһаныҡ тағы бер тапҡыр.

Башта киске намаҙҙы башҡарҙыҡ, Илдар хәҙрәт аҙан әйтте. Мортаза Ғөбәйҙулла улы рухына бағышлап сүрәләр ҙә уҡыныҡ. Уның яратҡан ризығы – ҡоротто өҫтәл буйлап йөрөттөк, һәр кемгә ауыҙ иттерҙек.

Арабыҙҙа Мортаза Рәхимовты яҡындан белгән кешеләр ҙә бар ине. Мәҫәлән, яҡташыбыҙ Әлтәфтең атаһына ҡасандыр уның менән бергә заводта эшләргә тура килгән. Иҫ киткес кешелекле, кеселекле шәхес ине Мортаза ағай тип иҫкә алдыҡ уны. Үҙемә лә уның менән аралашырға тура килде – аҡыллы, ябай, ярҙамсыл ине ул. Урыны ожмахта булһын Мортаза Ғөбәйҙулла улының!” – тип белдерҙе Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Флүзә Хәйруллина – 2014 йылда эстон һәм рус телдәрендә нәшер ителгән "Салауат Юлаев. Эстония иҫләй" китабын төҙөүсе. Был баҫма - Эстонияла Салауат Юлаев тураһында донъя күргән тәүге китап, унда башҡорт халҡының милли геройының тормошо һәм ижады хаҡында бәйән ителә. Китап Таллиндың "Ағиҙел" башҡорт мәҙәни йәмғиәте башланғысы буйынса донъя күргән. Унан тыш, Палдиски ҡалаһында башҡорт батырының һәйкәле лә бар.  

"Был - Салауаттың даны халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасағына тағы бер дәлил. Үҙебеҙ иҫән саҡта беҙ уны мәңгеләштереү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ", –  тип билдәләй Флүзә ханым. Мортаза Рәхимовтың республикаға етәкселек иткән осорҙа һәм унан һуң да унда йәшәгән яҡташтарыбыҙға һәр яҡтан ҙур ярҙам күрһәткәне билдәле.

Фото һәм видео: Флүзә Хәйруллина.

 

“Президентыбыҙ рухына бағышлап аят уҡыттыҡ”
“Президентыбыҙ рухына бағышлап аят уҡыттыҡ”
“Президентыбыҙ рухына бағышлап аят уҡыттыҡ”
“Президентыбыҙ рухына бағышлап аят уҡыттыҡ”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас