Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
22 Февраль 2023, 20:00

“Ярлы башҡорт йырын башҡарҙыҡ...”

“Әгәр һеҙ "Аҡ ҡалпаҡтар"ҙың йырҙарын даими тыңлап торһағыҙ, шуға иғтибар итегеҙ: улар күберәк бөгөн һирәк башҡарылған, онотолоп барған ҡыҫҡа башҡорт халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирергә тырыша”. Асыҡланыуынса, Булат Пирғәлин...

“Ярлы башҡорт йырын башҡарҙыҡ...”
“Ярлы башҡорт йырын башҡарҙыҡ...”

Учалының һәләтле һәм уңған ижадсыһы Булат Пирғәлин һәм уның моңдаштары – Комсомольск ауылының “Аҡ ҡалпаҡтар” төркөмө ир-егеттәребеҙгә үҙенсәлекле ҡотлау әҙерләгән.

“Әгәр һеҙ "Аҡ ҡалпаҡтар"ҙың йырҙарын даими тыңлап торһағыҙ, шундай бер үҙенсәлеккә иғтибар итегеҙ: улар күберәк бөгөн һирәк башҡарылған, онотолоп барған ҡыҫҡа башҡорт халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирергә тырыша. Мәҫәлән, бығаса "Ҡара тауыҡ", "Кейәү йыры", "Ашхабад", "Тал бөрөһө", бөтөнләй онотолоп барған автор йырҙары - "Грузин сәйе", "Бәрәңге йыры" башҡарылды. Бына хәҙер һеҙгә "Зимагор" йырын тәҡдим итәбеҙ.

Зимагор йырҙары – ул ярлы башҡорттарҙа таралған ҡыҫҡа йыр төрө. Ғәҙәттә, ҡышын ҡалаларға, йә булмаһа прииск-шахталарға эш эҙләп киткән зимагорҙар үҙҙәренең яҙмышы тураһында йыр сығарған.

Бындай йырҙар дәртле булған һәм юмор менән башҡарылған. Беҙ төрлө варианттарҙан үҙебеҙгә оҡшағанын һайлап алып, музыкаль яҡтан хәлебеҙҙән килгәнсә эшкәртеп, зимагор булып йырлап ҡуйҙыҡ.

Ҡәҙерле Ватанды һаҡлаусы дуҫтар, туғандар!
Һәммәгеҙҙе етеп килгән байрам менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Донъяға тыныслыҡ килһен!” - тип яҙған шәхси сәхифәһендә Булат Пирғәлин.

Фото һәм видео геройҙың шәхси архивынан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: