Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
23 Февраль 2023, 18:00

Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә

Тәрбиәселәр әйтеүенсә, балаға телде йыр-моң, шиғриәт аша өйрәтеү бик отошло.

Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә
Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә

Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһында матур сара үткән. Унда ҡаланың балалар баҡсаһында эшләгән тәрбиәселәр, китапханасылар, яҙыусылар, уҡытыусылар ҡатнашҡан. Ҡунаҡтар алдында “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, тәрбиәселәр, ата-әсәләр сығыш яһаған.

- Сарала туған телгә арналған шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, ҡурай, ҡумыҙ моңдары ағылды, рухлы бейеүҙәр булды. Малайҙар “Мин дә үҫкәс һалдат булам”ды йырлап бейене, “Моряк”, “Салауат батыр” йырына “Һыбайлылар” бейеүен башҡарҙы. Рус төркөмөндә тәрбиәләнеүселәрҙең саф башҡортса “Шайморатов генерал”ды йырлауы һоҡланғыс күренеш булды. Светлана һәм Данил Әбделғазиндарҙың сараға милли күлдәктәрҙә килеп тәрән мәғәнәле, рухлы шиғырҙы ҡыҙҙары менән бергә башҡарыуы көслө алҡыштарға күмелде, - тип хәбәр итте Сибайҙан журналист коллегабыҙ Резеда Вәлиева.

Әйткәндәй, Әбделғазиндарҙың өлкән ҡыҙы Айһылыу ошо балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән, ул бөгөн һәр төрлө йыр конкурстарында башҡорт йырҙарын башҡарып, призлы урындар яулай. “Сулпылар” телевизион конкурсын күҙәтеп барыусылар Айһылыуҙы яҡшы белә. Әле һеңлеһе Ынйыгөл ошо баҡсаға йөрөй. Бер йәше лә тулмаған бәләкәстәре лә рухлы ҡыҙ булып үҫеренә шик юҡ.

Сараны ойоштороусыларҙың береһе – тәрбиәсе Әлфиә Вилданова әйтеүенсә, балаға телде йыр-моң, шиғриәт аша өйрәтеү бик отошло. Бының хаҡлығы әлеге сарала ла асыҡ сағылды. Иртәлекте ҡарарға килгән ҡунаҡтар күңелдәре күтәрелеп, үҙ телен белгән балалар үҫеүенә ҡыуанып, “Әкиәт” балалар баҡсаһында рухлы тәрбиәселәр эшләүенә шаһит булып таралышты.

Сығанаҡ һәм фотолар: “Атайсал” төбәк гәзите.

Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә
Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә
Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә
Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә
Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә
Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә
Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә
Айһылыу менән Ынйыгөл рухлы булып үҫә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: