Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Кисә ауылда конкурс сиктәрендә "Самауыр байрамы" ойошторолған. Был хаҡта "Башҡортостан" гәзитенең яҡын дуҫы Сөмбөл Әсфәндийәрова хәбәр итә.
"Йыл күп төрлө саралар менән башланып китте. Әүҙем, дәртле Ҡаныҡай халҡы был конкурсты хуплай, барлыҡ йыйындарҙа ихлас ҡатнаша. Кисә Ҡаныҡай ауыл клубы янында "Самауыр байрамы" уҙғарылды. Икешәр урам берләшеп, командалар төҙөнөләр. Матур исем, девиз, йыр уйланылар. Клуб яны аллы-гөллө балаҫтар, ҡул эштәре менән балҡып торҙо. Һәр команда өҫтәл ҡуйҙы. Мул табындар янында тиҫтәләгән самауыр борҡоп ҡайнап ултырҙы. Командалар үҙ ризыҡтарын, эсемлектәрен шиғри юлдар, йырҙар менән таныштырҙы. Килгән һәр кем тәмле самауыр сәйен эсеп, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Байрам уйын-көлкө, йыр-бейеү менән бергә үрелеп барҙы. Сараға күрше Бикҡол, Дүсән, Аҙнай ауылдары ла әҙерләнеп килде. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Саңғыла йүгереү, тюбингтарҙа һөйрәп ярышыу ҡатнашыусыларҙың сәмен арттырҙы. Көн дә шундай йылы, матур торҙо. Байрам барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте, дәрт өҫтәне. Сәләмәт тормошто үҙ иткән ҡаныҡайҙар һис шикһеҙ "Айыҡ ауыл" конкурсы еңеүсеһе исеменә лайыҡ", - ти Сөмбөл Әсфәндийәрова.
Фото һәм видео: Сөмбөл Әсфәндийәрова.