Йылайыр районының Юлдыбай ауылы быйыл район данын “Айыҡ ауыл -2022” республика конкурсында яҡлай. “Был бәйге беҙҙе берләштерҙе һәм йәшәйеште сифатлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеүгә ҙур этәргес бирҙе”, – ти улар.
Юлдыбайҙар йыш ҡына төрлө ҡыҙыҡлы саралар уҙғарып тора, унан тыш борондан килгән халҡыбыҙға хас күркәм йолаларҙы ла күмәкләшеп атҡаралар. Күптән түгел, мәҫәлән, ауылдың ир-егеттәре йылҡыларҙы ҡышҡы тибендән ҡаршы алған, унан матур осрашыу ойошторған.
“Эх, минең толпар атым,
Эх минең аҡбуҙ атым!
Өй тирәһенә унлап машина, байтаҡ ир-егеттәр йыйылып киткән. Күрше-тирә аптырап та ҡуйғандыр әле: эйе, беҙҙә бөгөн байрам, йылҡыларыбыҙ тибендән ҡайта! Йылдағыса, февраль урталарына тиклем малҡайҙарыбыҙ ҡырҙа йөрөнө. Инде алып ҡайтырға ваҡыт, йәш аттар, ҡолондар йонсоуға китмәһен тип, хужалары аттарҙы ҡураға бикләргә һөйләште. Унан, ҡар ҙа тәрәнәйеп бара, оҙаҡламай буранлы көндәр ҙә башлана торған.
Һөҙөмтәлә, Юлдыбайҙың йылҡы малы тотҡан ир-егеттәре малҡайҙарын кемеһе тейәп, кемеһе ҡыуып ҡураларына алып ҡайтып ҡуйҙы.
Шөкөр, ауылыбыҙҙа йылҡы тотҡан ғаиләләр бихисап. Малсылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусылар, йылҡы алып үрсетергә теләк белдереүселәр ҙә бар. Йорт-ҡураларҙа шатлыҡ арттырып, оҙаҡламай бейәләр ҡолонлап та бирерҙәр, Алла бирһә.
Аттарҙы "бүлешеп" алып бөткәс, шешлек ҡурып, ҡымыҙ эсеп ҡайтты ир-егеттәребеҙ”, - тип яҙалар Юлдыбай ауылы төркөмөндә.
Фотолар: Юлдыбай ауылы төркөмө