Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Февраль 2023, 14:00

Һеҙ тирүгә һуғаһығыҙмы?

Балаҫ, турпыша, тирүгә... Ә һеҙҙең яҡта нисек атала?

Һеҙ тирүгә һуғаһығыҙмы?
Һеҙ тирүгә һуғаһығыҙмы?

"Таң" гәзите хәбәр итеүенсә, Белорет ҡалаһында йәшәгән Бөрйән ҡыҙы Сәриә Ҡаһарманова тирүгә һуғырға тотонған.

"Һуңғы ваҡытта боронғо йолаларға, кәсептәргә, шөғөлдәргә иғтибарҙың артыуы ҡыуандыра. Тимәк, рух йәшәй! Рухы йәшәй икән, халыҡтың киләсәге лә өмөтлө тигән һүҙ.
Ана, оҙаҡ йылдар Белорет ҡалаһында мөғәллимлек эше алып барған Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы ҡыҙы Сәриә апай Ҡаһарманова тирүгә һуғырға тотонған.


-Яңы кәсеп үҙләштереү дауам итә. Заказ буйынса эшләткән станогым ике ҡыйыш, бер мөйөш булып сыҡты. Бара ул башлап өйрәнеүсегә, тигәндер инде оҫта: нығытҡысын (уныңса әйткәндә, сәпсеген) үҙем дөрөҫләп ҡуйып алдым, тотмай ине; ярҙамсы рейкаһы станоктан оҙон - бысып алдым; рәшәткәһен ҡуя торған таяуындағы элгес тә тигеҙ эшләнмәгән, резинка менән эләктерергә тура килде; сүреһе лә уңайлы булмай сыҡты...
Шулай булһа ла маташтырҙым.
Өйрәтеүсенең (Зәлиә киленде әйтәм) йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килерлек түгелдер, һәр хәлдә, - тип яҙа яңы һөнәре тураһында Сәриә Мөхәмәтйән ҡыҙы", - тип яҙа район гәзите.

Әйткәндәй, һәр район бындай ҡул эштәрен төрлөсә атай. Кемдер уны иҙәнгә һәм диванға төшөр өсөн балаҫ (бында һуғылған балаҫ тураһында һүҙ бармай), икенселәре -  турпыша, ә бына бөрйәндәр тирүгә тип атай икән. Ә һеҙҙең яҡтарҙа бындай ҡул эштәре нисек атала?

Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзите.

Һеҙ тирүгә һуғаһығыҙмы?
Һеҙ тирүгә һуғаһығыҙмы?
Һеҙ тирүгә һуғаһығыҙмы?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: