Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
28 Февраль 2023, 23:00

“Һорағыҙ – барыһын да үтәйем”

Мартҡа намаҙ ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Был айҙа Бәрәат кисе ҡасан көтөлә?

“Һорағыҙ – барыһын да үтәйем”
“Һорағыҙ – барыһын да үтәйем”

Быйылғы март динебеҙгә бәйле ваҡиғаларға бай. Шуларҙың иң мөһиме – изге Рамаҙандың башланыуы. Ул 23-ө кис инәсәк.

Тиҙҙән иһә, 6 мартта ҡояш байығас, Бәрәат кисе көтөлә. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә был мәлде ғибәҙәт ҡылып үткәрергә, көндөҙ иһә ураҙа тоторға нәсихәт бирә. “Әлеге кистә, төндә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы кешелек донъяһына рәхмәтлелек менән ҡарар, “Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңылышлыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сиккәндәрҙең тәненә – шифа, йәненә тынғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.

Шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмышы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла, тиелә дини китаптарҙа. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, аҡланыу, ҡотолоу тигән мәғәнәне бирә. Мәғлүм булыуынса, халҡыбыҙҙа Ләйлә тигән исем бар. Ул төн тигәнде аңлата. Тимәк, тәүлектең ошо мәлендә тыуған ҡыҙға бирелә был исем.

Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, кемдеңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә Раббыбыҙҙан атай-әсәйебеҙгә, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, үҙебеҙгә хәйерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, һәммәбеҙҙең дә ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ.


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Ошо изге айҙарҙа яҡшылыҡтарҙы тағы ла күберәк ҡылырға, бер-беребеҙҙе ғәфү итергә, хаҡ юлдан тайпылмай барырға, гелән хеҙмәттә булырға тырышһаҡ ине. Рамаҙанды лайыҡлыҡаршыларға яҙһын, иншаллаһ.

Фото:https://vk.com/ufa_barakat

 

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: