Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
2 Март 2023, 20:00

Иҫтә уйылырлыҡ көн булған

Уран, Гәрәй, Табын һәм Ҡаңлы. Был ырыуҙарҙың ҡайһыһы еңеүсе?

Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған

Яңауыл районының Уран, Гәрәй, Тәтешле районының Табын һәм Дүртөйлө районының Ҡаңлы башҡорт ырыуҙары араһында “Бәйге” ҡышҡы ярыштары үткән.

Ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының “Без -  башҡортлар” йәмәғәт хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиев һәм һәм Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин сығыш яһаған.

Командалар арҡан тартыу, тарт-эт, төк тәгәрәтеү, сана һөйрәү, ауыр әйберҙе күсереү һәм башҡорт эстафетаһы кеүек төрҙәрҙә ярышҡан. Күпбәйге сиктәрендә шайморатовсылар өсөн традицион уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре (ғәмәлдә ҡулланыу) һәм таяҡ тартыу (масрестлинг) ойошторолған. Бөтә төр ярыш йомғаҡтары буйынса Гәрәй ырыуы командаһы - еңеүсе, икенсе урын – Уран, өсөнсө урынды Табын һәм Ҡаңлы командалары яулаған. Был батырҙарҙың, физик яҡтан әҙерлекле дәғүәселәрҙең матур алышы булған.

Сығанаҡ: vk.com/club182408736, vk.com/public217991317

Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Иҫтә уйылырлыҡ көн булған
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: