Бөтә яңылыҡтар

Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ

Уны Әбйәлил, Баймаҡ инәйҙәре нисек ҡоя? Ә Йылайырҙа ыуыҙ һөтөнән сырҙы нисек эшләйҙәр?  

Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ

Әбйәлил районының Мораҡай ауылында йәшәгән апай-инәйҙәр билдәле блогер, "Уңған килен" Зөбәржәт Утарбаеваға ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ ҡойоп күрһәткән.

“Улар билдәләүенсә, ыуыҙ һөтө, бигерәк тә тәүге көндөң ыуыҙы, файҙалы, микроэлементтарға бай, ул ҡаймаҡ кеүек ҡуйы була. Ҡоймаҡты ауыл мейесендә ҡыҙған табала бешереп күрһәттеләр. Хатта тәмле сыҡты. Ҡоймаҡ ҡойған Мөнирә инәй менән Фатима инәйгә, ыуыҙ һөтө килтергән Замира апайға, төшөрөү процесын контролдә тотҡан Ғәлиә апайға, йорт хужалары Ғилметдин апа менән Хәлиҙә инәйгә ҙур рәхмәт белдерәм. Әбйәлилдәрҙең ихласлығына, ысынлап та, һоҡланмау мөмкин түгел”, - тип яҙған блогер.

Әле ауылдарҙа шатлыҡлы мәшәҡәттәр арта. Күптәрҙең һыйырҙары быҙаулай. Бер мәл генә бешерә торған борондан килгән һөт ризыҡтарының береһен – ыуыҙ ҡоймағын төрлө рецепт буйынса әҙерләргә мөмкин. Һеҙҙең иғтибарға Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан Нәйлә Нотфуллинаның ысулын тәҡдим итәбеҙ:

  • 0,5 банка ыуыҙ һөтө,
  • ярты балғалаҡ тоҙ,
  • бер балғалаҡ шәкәр,
  • 5-6 аш ҡалағы көнбағыш майы,
  • бер стакан йылы һыу (ыуыҙ һөтө ныҡ ҡуйы булған осраҡта ғына).

Йомшаҡ ҡына ҡоймаҡ килеп сыға.

Ыуыҙ һөтөнән тағы бер үҙенсәлекле ризыҡ әҙерләйҙәр. Йылайыр районының Сәләх ауылынан Шәрифә Иҫәнбаева ыуыҙҙан сыр эшләргә өйрәтә. Ете йөҙ грамлыҡ банкаға ҡойолған ыуыҙ һөтөнә бер семтем тоҙ, сода һалып, бер аш ҡалағы көнбағыш майы ҡойоп болғатып, 15 минутҡа мейескә ҡуяһың. Ыуыҙҙан сыр әҙер.

Аштарығыҙ тәмле булһын! Көткән малығыҙҙың бәрәкәтен күрергә яҙһын! 

Фотолар: vk.com/ungan_kilen_zubarzhat, vk.com/id555087051

Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Табынға - ыуыҙ һөтөнән ҡоймаҡ
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас в