Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
2 Март 2023, 09:30

Турпыша һуға белһәң...

Унда ир кеше лә һынау тотто. Үҙе әйтеүенсә...

Турпыша һуға белһәң...
Турпыша һуға белһәң...

"Айыҡ ауыл" республика конкурсына ярашлы, кисә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында "Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе" тип аталған "Турпыша-2023" район-ара оҫталыҡ фестивале үткән. Был сара өсөнсө тапҡыр уҙғарыла һәм уны ойоштороуға күп көс һалған район ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Миләүшә Моратованың башланғысы менән тормошҡа ашырыла.

Фестивалдә урындағы Ҡашҡар, Мәҡсүт, Ҡыпсаҡ, Юлдыбай, Яманһаҙ, Матрай, Һултантимер, Сиҙер, Байғужа ауылдарының ҡул оҫталары үҙ эштәрен күрһәткән. Шулай уҡ бында Хәйбулла районының Быҙаулыҡ, Баймаҡтың Иҫке Сибай, Алғаҙы, Әбделкәрим ауылдарының иң шәп балаҫ һуғыусылары ла ҡатнашҡан.

Турпыша һуғыу - боронғо милли шөғөлдәрҙең береһе. Элек кыҙҙы кейәү йортона оҙатҡан саҡта мотлаҡ бирнәлек балаҫ һалғандар. Әлеге байрамда Сиҙер ауылының "Гәүһәркүл" ағинәйҙәре "Бирнә турпышаһы" әҙерләү йолаһын курһәткән. Люциә Таһирова үҙ сығышында үткән быуаттағы оҫта ҡуллы йөҙйәшәр туғандары тураһында мәғлүмәттәр биргән. Уларҙың шөғөлөн дауам иткән бүләсәләренең Йылайырҙа балаҫ, турпыша һуғып, файҙаһын күреп йәшәүен ишетеп ҡыуанды сарала ҡатнашыусылар. Тимәк, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең боронғо кәсеп-шөғөлдәре онотолмаясаҡ.

Байрамда Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан балаҫ һуғыусы Юлай Баязитов та ҡатнашты. Әйтеүенсә, ул тәүҙә ҡатыны Ҡарасәс Нурислам ҡыҙына ярҙам итешеп был шөғөлгә тотонһа, хәҙер үҙе лә ҙур теләк менән эшләй.

Гран-приға Юлдыбай ауылынан Сәлимә Абдуллина лайыҡ булған. Уның үҙ ҡулдары менән һуҡҡан "Мин яратам һине, Юлдыбай!", Айыҡ ауыл-Юлдыбай" тигән турпышалары һәр кемде һоҡландырған.

Фото: Миләүшә Моратова.

Турпыша һуға белһәң...
Турпыша һуға белһәң...
Турпыша һуға белһәң...
Турпыша һуға белһәң...
Турпыша һуға белһәң...
Турпыша һуға белһәң...
Турпыша һуға белһәң...
Турпыша һуға белһәң...
Турпыша һуға белһәң...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: