Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Март 2023, 22:00

Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!

Нуриман районында милли геройыбыҙ Салауат вариҫтары һынау тотто. 

Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!
Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!

Бөгөн Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йортонда башҡорт ҡыҙҙарының “Көҙәй һылыуы-2023” гүзәллек бәйгеһе үтте. Сара “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы ойошторолдо. Бәйгелә Нуриман, Иглин һәм Белорет райондарынан ете ҡыҙ ҡатнашты.

Билдәле булыуынса, бөгөн Көҙәй ырыуы вәкилдәре Салауат, Нуриман, Иглин, Благовещен һәм Белорет райондарында йәшәй. Данлы батырыбыҙ Салауат Юлаев та ошо ырыу вәкиле. Үкенескә ҡаршы, һауа шарттарына бәйле быйыл Салауат районы конкурсанты бәйгелә ҡатнаша алманы. 

Ҡатнашыусылар иң тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙы. Артабан башҡорт бейеүендә, нәфис һүҙ һөйләүҙә оҫталығын күрһәтте. Ҡыҙҙар Көҙәй ырыуы тарихына, уның данлыҡлы шәхестәренә, тыуған төйәккә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Фойела конкурсанттарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолдо. Бында ла Көҙәй ҡыҙҙарының ҡул эштәренә маһирлығы, аш-һыуға оҫталығы тулы кимәлдә сағылыш тапты.

Гран-приға Нуриман районы һылыуы Айзилә Саҙриева лайыҡ булды. Ул – Иҫке Күл мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы. Артабанғы урындарҙы Иглин районынан Ализа Һөйәрғолова, Нуримандан Алһыу Ғәниева һәм тағы бер Иглин ҡыҙы Сабина Дәүләтшина бүлеште.

- Конкурс бик юғары кимәлдә үтте. Ҡыҙҙар белеме, ҡул эштәренә оҫталығы, йыр-бейеүгә маһирлығы менән һоҡландырҙы. Барыһының да башҡортса таҙа һөйләшеүен, үҙ ырыуының тарихын, шәжәрәһен белеүен билдәләп үткем килә, - тине баһалама ағзаһы – шағирә, “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәре Айгөл Ғәбитова.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!
Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!
Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!
Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!
Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!
Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!
Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!
Һылыу ҙа һуң Көҙәй ҡыҙҙары!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: